Республикала һепертмә буран сығыуы көтөлә

Республикала һепертмә буран сығыуы көтөлә https://bash.news/news/89466_respublikala_epertm_buran_syyuy_ktl
05 фев 2019, 21:59

Иғтибар, ҡышҡы сатлама! Башҡортостан гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, иртәгә республикала ҡар яуыуы, һепертмә буран сығыуы көтөлә. Юлдарға көрт һала, боҙлауыҡ буласаҡ. Күреү мөмкинлеге 500 метрҙан 1 километрға тиклем сикләнә.

Гөлназ Заһитова, Башҡортостан гидрометеорология үҙәгенең бүлек етәксеһе: “6 февраль юлдарға көрт һала, һауа температураһы бер аҙ күтәрелә башлай. Төндә 16-21 градусҡа тиклем, көнсығыш райондарҙа 25-30 градус һалҡын һаҡлана. Көндөҙ һауа температураһы 8-13 градус. Көнсығыш райондарҙа һыуыта, 20 градус һалҡын”.

Республикала һепертмә буран сығыуы көтөлә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество