Әбйәлил районы Йәнгел ауылында хоккей майҙансығы сафҡа инде

Әбйәлил районы Йәнгел ауылында хоккей майҙансығы сафҡа инде https://bash.news/news/89470_bjlil_rajony_jngel_auylynda_xokkej_majansyy_safa_inde
05 фев 2019, 22:02

Спорт ҡоролмаһын төҙөүҙә урындағы халыҡ ҙур әүҙемлек күрһәтә. Улар бар эштәрҙе лә ауыл биләмәһе һәм депутаттар менән бергә башҡара. Йәнгелдәр үҙ хоккей командаһын булдырыу мәсьәләһен беренсе йыл ғына күтәрмәй. Сөнки төбәктә спорттың был төрө йылдам үҫешә.

Был йәһәттән айырыуса Атауҙы, Әлмөхәмәт һәм Асҡар ауылдары тәжрибәһен үрнәк итеп ҡуйырлыҡ. Уларҙың хоккей коллективтары республика кимәлендә лә танылыу яулап өлгөргән. Шуға ла былтыр Йәнгелдә йәшәүселәр боҙ майҙансығын төҙөргә тотона. Кәрәкле материалдар өсөн ауыл биләмәһе бюджетынан 100 мең һум аҡса бүленә. Изге эшкә башҡалар ҙа хәленән килгәнсә финанс ярҙам күрһәтә.

Бөгөн боҙ майҙансығы балаларҙың шат-тауыштарына күмелгән. Шулай уҡ кискеһен йәштәр сәкән һуғырға сыға. Әле улар Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тәүге турнирға әҙерләнә. 23 февралдә яңы спорт ҡоролмаһында быймаларҙа хоккей уйнаясаҡтар. Әлеге ваҡытта командалар өсөн кейем алмаштырыу, йыуыныу кеүек уңайлыҡтар тыуҙырыу эштәре ҡалған.

Автор: Илдар Байбулатов.

Әбйәлил районы Йәнгел ауылында хоккей майҙансығы сафҡа инде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа