Күгәрсен районында «Рәсәй саңғы юлы-2019» Бөтә Рәсәй ярышы үтте

Күгәрсен районында «Рәсәй саңғы юлы-2019» Бөтә Рәсәй ярышы үтте https://bash.news/news/89472_kgrsen_rajonynda_rsj_say_yuly2019_bt_rsj_yaryshy_tte
05 фев 2019, 22:03

Был спорт төрөн үҙ итеүсе 800-ләп кеше Мораҡ ауылы эргәһендәге һабантуй майҙанына йыйылды. Бәйгелә үҙ көсөн бәләкәй балалар, мәктәп уҡыусылары, ауыл биләмәләре вәкилдәре генә түгел, тотош ғаиләләр ҙә һынап ҡараны. Иң йәш ҡатнашыусыға бер йәш тә алты ай булһа, иң оло саңғысы исеменә һикһәнде ҡыуыусы уҙаман лайыҡ тип табылды.

Ярыш өсөн әҙерләнгән өс трасса иртәнән ҡараңғы кискә тиклем халыҡ менән шығырым тулы булды. Байрамда ҡатнашыусылар, көйәрмәндәргә йыр-моң, ҡайнар сәй, йылы аш тәҡдим ителде.

Илдар Аҡназаров, ярышта ҡатнашыусы: “Йыл һайын ошо ярышта ҡатнашабыҙ, быйыл ҡыҙымды ла алып килдем. Бөтәһен дә спорт менән шөғөлләнергә, саңғыла күберәк йөрөргә, сәләмәт тормош алып барырға саҡырам”.

Ярыш һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынға Йомағужа саңғысыларына етеүсе булманы. Спорт мәктәбе командаһы ла уңышлы сығыш яһаны. Беренсе урынды "Күгәрсенкәй" балалар баҡсаһы коллективы яуланы. Еңеүселәр Маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар һәм кубоктар менән бүләкләнде.

Автор: Фәниә Юланова.

Күгәрсен районында «Рәсәй саңғы юлы-2019» Бөтә Рәсәй ярышы үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир
GAUGA