Ата-әсәләр комитеты инициативаһы менән Стәрлетамаҡтың 32-се урта мәктәбендә скалодром ҡорола

Ата-әсәләр комитеты инициативаһы менән Стәрлетамаҡтың 32-се урта мәктәбендә скалодром ҡорола https://bash.news/news/89474_ataslr_komitety_iniciativay_menn_strletamaty_32se_urta_mktbend_skalodrom_orola
05 фев 2019, 22:04

Бейеклеккә үрмәләү ҡоролмаһы алынған. Ҡала хакимиәте иһә тәҡдимде хуплап ҡабул итә. Белем усағы уҡыусылары Бөтә Рәсәй спорт хәрәкәте лидерҙары, етенсе йыл рәттән "Орленок" лагерында ойошторолған президент уйындары финалында ҡатнаша.

Скалодром ҡатмарлығына ҡарап ете трассанан тора. Майҙансыҡ тәжрибәле спортсылар өсөн дә ҡыҙыҡлы. Әле ҡоролманы монтажлау эштәре тамамланған, йомшаҡ иҙән ҡатламы һалына. Киләһе айҙа ул файҙаланыуға тапшырылыр тип көтөлә . Скалодромда махсус рәүештә уҡып сыҡҡан инструкторҙар эшләйәсәк.

Владислав Чумаченко, Стәрлетамаҡтың 32-се урта мәктәбе директоры урынбаҫары: “Скалодром майҙансығы өлөшләтә әҙер, юлдар, страховка саралары комиссия тарафынан ҡабул итеп алынды. Хәҙер бинала ремонт эшләргә кәрәк, тәҙрәләрҙе алмаштырып, стенаны буярға ҡалған”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Ата-әсәләр комитеты инициативаһы менән Стәрлетамаҡтың 32-се урта мәктәбендә скалодром ҡорола

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Когда отремонтирую ваш подъезд