«Миловка паркы» торлаҡ комплексында урынлашҡан өс йорт йәй башына файҙаланыуға тапшырыласаҡ

«Миловка паркы» торлаҡ комплексында урынлашҡан өс йорт йәй башына файҙаланыуға тапшырыласаҡ https://bash.news/news/89489_milovka_parky_torla_kompleksynda_urynlashan_s_jort_jj_bashyna_fajalanyua_tapshyrylasa

Бөгөн Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән "Төҙөлөш сәғәте"ндә проблемалы объекттар яҙмышы тикшерелде. Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Григорий Невоструев торлаҡ төҙөлөшөндә ҡатнашып алданыусылар менән эш итеү һөҙөмтәләрен барланы.

Уның әйтеүенсә, комитет һәм вице-премьер вазифаһын башҡарыусы Рәиф Әбрәхимов тарафынан граждандарҙы ҡабул итеү ойошторолған. "Ҡыҙыу линия"ға хоҡуҡтары боҙолған 350 мөрәжәғәт ҡабул ителгән.

Фекер алышыуҙан һуң "Миловка паркы" торлаҡ комплексы буйынса юл картаһы раҫланды. Ул төҙөлөш эштәре ваҡытын, финанслау сығанаҡтарын һәм күләмен үҙ эсенә ала

Автор: Илдар Байбулатов.

«Миловка паркы» торлаҡ комплексында урынлашҡан өс йорт йәй башына файҙаланыуға тапшырыласаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество