Башҡортостанда Бөтә Рәсәй пилотһыҙ осоу аппараттары фестивале уҙасаҡ

Башҡортостанда Бөтә Рәсәй пилотһыҙ осоу аппараттары фестивале уҙасаҡ https://bash.news/news/89490_bashortostanda_bt_rsj_piloty_osou_apparattary_festivale_uasa
05 фев 2019, 23:38

Был турала Радий Хәбиров төбәк эшҡыуарҙары менән осрашыуҙа белдерҙе. Кәңәшмә алдынан йүнселдәр республика етәксеһенә үҙ продукцияларын тәҡдим итте. Компьютер технологиялары, махсус биоөҫтәмәләр һәм перспективалы стартаптарҙан тыш, республика йорто фойеһында өс метрлы дрон да күрһәтелде.

Благовещенда эшләнгән пилотһыҙ осоу аппараты нефть һәм газ үткәргестәрен ҡош осошо бейеклегенә күҙәтеү өсөн тәғәйенләнгән. Видеокүҙәтеү ҡоролмаһы менән йыһазландырыған самолет киләсәктә ауыл һәм урман хужалыҡтарында ла киң ҡулланылыр тип көтөлә. Шулай уҡ алдынғы ҡарашлы егеттәрҙең береһе һеркәнән эшләнгән минераль-витамин комплексы менән таныштырҙы. Күләмле проекты ғәмәлгә ашырыу өсөн ғилми эштәр, патент һәм инвестициялар талап ителә.

"Бизнес-клуб" форматында ойошторолған кәңәшмәлә Башҡортостан етәксеһе йәш быуындың робототехникаға ҡыҙыҡһыныуын арттырыу мөһимлеген билдәләне. Шулай уҡ киләсәктә Өфөнөң Салауат Юлаев проспектында заманса технопарк асыу күҙаллана. Радий Хәбиров эшҡыуарҙарҙы төбәккә инвестиция йәлеп итеү йәһәтенән ниндәй аҙымдар яһалыуы менән дә таныштырҙы.

Автор: Илдар Байбулатов.

Башҡортостанда Бөтә Рәсәй пилотһыҙ осоу аппараттары фестивале уҙасаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA