Cибайҙан 50 бала пульмонология шифаханаһында ял итәсәк

Cибайҙан 50 бала пульмонология шифаханаһында ял итәсәк https://bash.news/news/89491_cibajan_50_bala_pulmonologiya_shifaxanaynda_yal_itsk
05 фев 2019, 23:39

Көкөртлө газ бүленгән карьерҙан 500 метр алыҫлыҡта урынлашҡан йорттарҙа йәшәүсе балаларҙан тупланған тәүге төркөм Ишембай сәләмәтлекте нығытыу ойошмаһына ебәрелде. Сибайҙан балаларҙы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре оҙатып барҙы. Ишембайҙа улар күпме ял итере теүәл генә билдәле түгел.

Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов әйтеүенсә, тын юлдарын нығытыу буйынса 574 ғаиләнән ғариза ҡабул ителгән. Уларҙың 256-һы Башҡортостан ял һәм сәләмәтлекте нығытыу үҙәктәренә юллама алырға әҙер булыуҙарын билдәләгән. 318 ғаилә Ҡырым ял йорттарын һайлаған. Карьерға яҡын йәшәгән 11 ғаилә төрлө сәбәптәр арҡаһында балаларын ситкә ебәреүгә ҡаршы төшкән.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров менән Ҡырым башлығы Сергей Аксеновтың рәсми осрашыуында ярымутрауҙың ял йорттарында Сибай балаларының сәләмәтлеген нығытыуҙы ойоштороу тураһында килешелгәйне. Ошо маҡсатта 500 юллама бүленә. Балалар Магниторскийҙан чартер рейсы менән осорға тейеш. Ял итеүселәрҙең теүәл исемлеге 10 февралгә әҙер булырға тейеш.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Cибайҙан 50 бала пульмонология шифаханаһында ял итәсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Банер уфимская волна