Өфө халҡына көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн юғары хаҡлы квитанциялар килгән

Өфө халҡына көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн юғары хаҡлы квитанциялар килгән https://bash.news/news/89492_f_xalyna_knkresh_aldytary_sn_yuary_xaly_kvitanciyalar_kilgn
05 фев 2019, 23:40

Закон буйынса ҡаралған 70 һум урынына йорт хужаларына 140 һум түләргә кәрәк тип яҙылған документ килә. Баш ҡала халҡы быға ризаһыҙлыҡ белдерә. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Өфөнөң Столяров урамында йәшәүсе Елена Арямнова күршеләре менән Интернетта яҙыша. Уларҙың күбеһе көндәлек ҡалдыҡтарын сығарыу өсөн ике-өс тапҡыр күберәк сумма яҙылған квитанция алған. 50-нән ашыу кеше ни өсөн сүп-сар өсөн шул тиклем юғары хаҡ килде тигән һорауға яуап эҙләй.

Елена Арямнова, Өфөлә йәшәүсе: “Квитанцияла күрһәтелгән хаҡ аптыратты. Мин фатирҙа бер үҙем йәшәйем, әммә ике кеше өсөн түләргә тейешмен”.

Хаталы квитанция Яркий биҫтәһендәге күп ҡатлы һигеҙ йорт хужаһына килгән. Халыҡты борсоған һорауға яуапты идара итеүсе компания ғына табырға ярҙам итә ала.

Лиана Сиверина, идарасы компания вәкиле: “Программала хата киткән, шуға ла сумма ике тапҡыр артыҡ яҙылған. Фатирҙа ике кеше теркәлгән осраҡта дүрт кеше өсөн, бер генә хужа булған йортҡа ике кешелек түләү квитанцияһы ебәрелгән”.

Дөрөҫ булмаған хаҡ күрһәтелгән квитанциялар өсөн яуап биреүселәр ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ялған мәғлүмәтте төҙәтергә вәғәҙәләй. Күләмле сүп-сар реформаһы бер ай элек кенә бойомға ашырыла башланы, шуға ла системала тотҡарлыҡтар барлыҡҡа килде тип аңлата белгестәр. Февралдә граждандар закон буйынса ҡаралған сумманы ғына түләргә тейеш буласаҡ.

Светлана Әхмәтова, Өфөнөң берҙәм иҫәпләү-касса үҙәге генераль директоры урынбаҫары: “Әлеге ваҡытта мәғлүмәт базаһы актуалләштерелә, күрһәтелгән суммалар тикшерелә. Йортта ике кеше йәшәй тип теркәлгән документтарҙа февралдә киләсәк квитанцияла бер генә кеше яҙыласаҡ. һәм әлбиттә, ғинуарҙа килгән сумма кире иҫәпләнә , тимәк, 70 һумға кәмерәк сумма түләргә кәрәк буласаҡ”.

Әгәр ҙә йорт хужаһының бер нисә фатиры бар икән, ул ҡайҙа даими йәшәп сүп-сар сығара - шуның өсөн генә түләргә тейеш. Мәсьәләне хәл итер өсөн, йәшәү урынын иҫбатлаған белешмә күрһәтеү генә һорала.

Автор: Флорида Ким.

Өфө халҡына көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн юғары хаҡлы квитанциялар килгән

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд