Бөгөн Ҡытайса Яңы йыл билдәләнә

Бөгөн Ҡытайса Яңы йыл билдәләнә https://bash.news/news/89494_bgn_ytajsa_yay_jyl_bildln/?lang=bash
05 фев 2019, 23:42

Икенсе төрлө ул Көнсығыш Азия илдәрендә Яҙ байрамы булараҡ уҙғарыла. Тантаналы саралар ярты айға тиклем һуҙыла. Йылдың тәүге көнөн ғаиләләре менән бергә ҡаршылау өсөн уҡыу, эш буйынса төрлө ҡитғала булған миллиондарса кеше тыуған яғына юллана.

Башҡортостан юғары уҡыу йорттарында белем алған Ҡытай студенттарының күбеһе быйыл яҡындары менән телефон аша бәйләнешкә сығыу менән генә сикләнгән. Юл хаҡы ҡиммәткә төшә шул. Бәхеттәренә, Өфөлә улар өсөн ҙур байрам тамашаһы ойошторола.

Линь Шо менән Чжоу Боцюань яҡындарына башҡорт һәм ҡытай телдәрендә бәхетле Яңы йыл теләй. Өфө дәүләт нефть техник университетында белем ала башлауҙарына ни бары өс-дүрт ай, әлегә улар рус теле буйынса әҙерлек курстарында шөғөлләнә. Тыуған яҡтарына Яҙ байрамын ҡаршыларға ҡайтырҙар ҙа ине, уҡыуҙы ҡалдырып булмай. Шуға бөгөн студенттар туғандары менән интернет ярҙамында бәйләнешкә сығып, Башҡортостандан ҡотлау сәләмдәре еткерә.

Линь Шо, Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты: “Кисә билмән бешереп, өҫтәлде балыҡ, ит ризыҡтары менән байытып Яңы йылды ҡаршыларға әҙерләндек. Беҙҙең өсөн был оло байрам. Ҡыҙыл төҫтәге кейем кейҙек, халҡыбыҙ өсөн был күренеш уңыш һәм бәхет символы”.

Йәштәр университет стеналарында ойошторолған Ҡытайса Яңы йыл тамашаһында сығыш яһап, милли байрамды үткәреү тәртибе менән дә таныштырҙы. Зал ҡағыҙҙан яһалған ҡыҙыл төҫтәге фонарҙар менән биҙәлгәйне. Юғары уҡыу йортонда бөгөн Ҡытайҙан йөҙ студент белем ала, уларҙың егермеһе әҙерлек курстарына йөрөй. Сит ил вәкилдәре башлыса техник йүнәлештәрҙе һайлаған, вуздағы белем биреү системаһын улар юғары баһалай.

Юғары уҡыу йортонда уҙғарылған тамаша сиктәрендә Рәсәй һәм Ҡытай араһындағы иҡтисади-социаль бәйләнештәр хаҡында ла сығыштар булды. Тарихи ваҡиғаларға баҫым яһалды. Республика иҡтисад лицей-интернатында белем алыусылар өсөн дә был осрашыу онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы

Асия Әхмәтова, Республика иҡтисад лицей-интернаты уҡытыусыһы: “Ҡытай Яңы йылын күрергә килдек. Ҡытай менән Рәсәй бәйләнештәре нығый, 10-11 синыф уҡыусылары менән Ҡытай темаһын үтәбеҙ, беҙҙең өсөн бик фәһемле. Киләсәктә беҙҙең балалар ҙа Ҡытайға барып, уҡып тәжрибә алып ҡайтырҙар тип уйлайым”.

Солтан Харрасов, Республика иҡтисад лицей-интернаты уҡыусыһы: “Концерт оҡшаны, йырҙары моңло, тыныс ҡына. Ҡытай студенттары менән дуҫлаштыҡ, беҙ уларға башҡорт телен өйрәтәсәкбеҙ”.

Ҡытайҙа ҡабан йылы башланды, ул Ер стихияһына ҡарай. Байрам атмосфераһы ун биш көн дауам итәсәк. Әйткәндәй, Көнсығыш илендәге һәр йорт ишегендә бөгөн бәхетте символлаштырған "ФУ" иероглифын күрергә мөмкин. Яңы йылдың шатлыҡ-ҡыуаныс алып килеренә һәр кем ышана.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Бөгөн Ҡытайса Яңы йыл билдәләнә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста