Төбәктә шылтыратыуҙар өсөн микрофинанс ойошмаһына штраф һалына

Төбәктә шылтыратыуҙар өсөн микрофинанс ойошмаһына штраф һалына https://bash.news/news/89503_tbkt_shyltyratyuar_sn_mikrofinans_ojoshmayna_shtraf_alyna
06 фев 2019, 10:04

Республиканың Федераль суд приставтары хеҙмәтенә 32 йәшлек ир мөрәжәғәт итә. Ир белдереүенсә, микрофинанс ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре, бурысты ҡайтарыу маҡсаты менән, закон рөхсәт иткәндән тыш, йышыраҡ шылтырата. Был хаҡта Федераль суд приставтары хеҙмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Төбәктә шылтыратыуҙар өсөн микрофинанс ойошмаһына штраф һалына
Төбәктә шылтыратыуҙар өсөн микрофинанс ойошмаһына штраф һалына

Приставтар тикшереүе һөҙөмтәһендә,хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡлана.Телефон аша һөйләшеү барышында, микрофинанс ойошмаһы хеҙмәткәре ирҙе административ яуаплылыҡҡа тарттырасаҡбыҙ, тип ҡурҡыта. Шулай уҡ, гражданинды телефон һөйләшеүе яҙылыуы тураһында иҫкәртмәйҙәр, хеҙмәткәр үҙе менән таныштырмай.

Приставтар микрофинанс ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡлана. Ойошмаға ҡарата административ эш ҡуҙғатыла. Суд тарафынан предприятиеға штраф һалына.

Фото: Интернет.

Спутник FM
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Банер уфимская волна