Рәсәйҙән сит илгә һөт продукцияһын сығарыу 2024 йылға 2,7 тапҡырға артыуы мөмкин

Рәсәйҙән сит илгә һөт продукцияһын сығарыу 2024 йылға 2,7 тапҡырға артыуы мөмкин https://bash.news/news/89518_rsjn_sit_ilg_t_produkciyayn_syaryu_2024_jyla_27_tapyra_artyuy_mmkin
06 фев 2019, 15:14

2024 йылға Рәсәйҙән сит илгә һөт продукцияһын сығарыу 2,7 тапҡырға артыуы мөмкин. Уның күләме 800 млн долларға тиклем күтәрелеүе күҙаллана. Был хаҡта РФ-тың Ауыл хужалығы министрлығы хәбәр итә.

Рәсәйҙән сит илгә һөт продукцияһын сығарыу 2024 йылға 2,7 тапҡырға артыуы мөмкин
Рәсәйҙән сит илгә һөт продукцияһын сығарыу 2024 йылға 2,7 тапҡырға артыуы мөмкин

Мәғлүмәттәргә ярашлы, уҙған йылда Рәсәйҙән сит илгә яҡынса 290 млн долларға торошло һөт продукцияһы сығарыла. Экспорт күләмен арттырыу өсөн географияны киңәйтеү мөһим. Министрлыҡта белдереүҙәренсә, әүҙем рәүештә яңы баҙарҙар асыу экспортты арттырыуға мөмкинлек бирәсәк.

Рәсәй етештереүселәре тауарҙарының донъя кимәлендә ихтыяжы артыуы мөмкин. Күҙаллауҙарынса, 2027 йылға уның кимәле 10 млрд долларға тиклем артасаҡ. Ҡытай һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азия илдәре баҙарҙары перспективалы тип һанала.

Фото: Интернет.

Спутник FM
Новости партнеров
GAUGA