Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы, республиканың “алтын тауышы” Әхәт Мортазиндың тыуыуына 60 йыл

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы, республиканың “алтын тауышы” Әхәт Мортазиндың тыуыуына 60 йыл https://bash.news/news/89521_fl_diktor_xt_mortazindy_xter_kise_t
06 фев 2019, 12:14

Әхәт Мортазин Учалы районы Яңы Байрамғол ауылында ишле ғаиләлә донъяға килә. Сибай педагогия училищеһын, Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 1986 йылда Башҡортостан радиоһында хеҙмәт юлын башлай. Әҙәби тапшырыуҙар, балалар һәм йәштәр өсөн тәғәйенләнгән программалар, яңылыҡтар сығарылышын алып бара. Ул утыҙ йылдан ашыу Башҡортостан халҡына хәйерле иртә теләне. Бәрхәт тауышы менән күптәрҙең һөйөүен яуланы.

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы, республиканың “алтын тауышы” Әхәт Мортазиндың тыуыуына 60 йыл
Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы, республиканың “алтын тауышы” Әхәт Мортазиндың тыуыуына 60 йыл

Бөгөн 19 сәғәттә Өфөнөң “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Әхәт Мортазиндың тыуыуына 60 йыл тулыуға бағышланған Хәтер кисәһе үтә. Унда дикторҙың яҡындары, коллегалары, билдәле сәнғәт әһелдәре ҡатнаша.

Спутник FM
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество