Иртәгә төбәктә һауа температураһының 28 градусҡаса түбәнәйеүе көтөлә

Иртәгә төбәктә һауа температураһының 28 градусҡаса түбәнәйеүе көтөлә https://bash.news/news/89537_irtg_tbkt_aua_temperaturayny_28_gradusasa_tbnjee_ktl
06 фев 2019, 17:43

Кесе йома, етенсе февралдә, Башҡортостанда һауа температураһы 28 градусҡаса түбәнәйәсәк. Бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Айырым райондарҙа буран сығыуы, юлдарға көрт һалыуы ихтимал.

Иртәгә төбәктә һауа температураһының 28 градусҡаса түбәнәйеүе көтөлә
Иртәгә төбәктә һауа температураһының 28 градусҡаса түбәнәйеүе көтөлә

Башгидрометүҙәк белгестәре мәғлүмәттәре буйынса, ел көньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 21° һыуыҡ, айырым райондарҙа 28 градусҡаса түбәнәйеүе көтөлә, көндөҙ ун градус һалҡын.

Алдағы ике көндә йылы һауа торошо көтөлә, һигеҙенсе февралдә ҡар яуыуы, юлдарға көрт һалыуы мөмкин, туғыҙынсы февралдә яуым-төшөм туҡтаясаҡ.

Башгидрометүҙәк

Спутник FM
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа