Республикала спорт тренерҙарын педагогтарға тиңләнеләр

Республикала спорт тренерҙарын педагогтарға тиңләнеләр https://bash.news/news/89540_respublikala_sport_treneraryn_pedagogtara_tilnelr
06 фев 2019, 17:59

Башҡортостанда спорт мәктәптәренең тренерҙарын педагогтар рәтенә тиңләнеләр. Тейешле закон Ҡоролтай депутаттары тарафынан ҡабул ителде. Хәҙер был һөнәр эйәләренең квалификация категориялары барлыҡҡа киләсәк.

Республикала спорт тренерҙарын педагогтарға тиңләнеләр
Республикала спорт тренерҙарын педагогтарға тиңләнеләр

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, әле тренерҙар мәғариф учреждениеһында, йә иһә спорт тармағында эшләй. Тәүге осраҡта уларҙың тейешле категориялары бар, ә икенсеһендә- юҡ. Яңы закон ҡабул ителеү менән, бар тренерҙар педагогтар рәтенә инә һәм квалификация категорияһына эйә була.

Категория алыу өсөн, педагогҡа аттестация үтеү мөһим.Хәҙер төбәктә спорт дисциплиналары уҡытыусылары бер кимәлдә эшләйәсәк. Әйткәндәй, Радий Хәбиров тейешле законға ҡул ҡуйған. Рәсми документ ҡул ҡуйыу ваҡытынан үҙ көсөнә эйә.

Спутник FM
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Банер уфимская волна