Радий Хәбиров ғинуар айы һөҙөмтәләре буйынса Рәсәй төбәктәре етәкселәре рейтингында 16-сы урынға күтәрелгән

Радий Хәбиров ғинуар айы һөҙөмтәләре буйынса Рәсәй төбәктәре етәкселәре рейтингында 16-сы урынға күтәрелгән https://bash.news/news/89557_radij_xbirov_inuar_ajy_mtlre_bujynsa_rsj_tbktre_etkselre_rejtingynda_16sy_uryna_ktrelgn
06 фев 2019, 22:26

Декабрь айында республика етәксеһе "Сәйәси һәм иҡтисади коммуникациялар агентлығы" үткәргән рейтингта 21-се урында ине. Әле Радий Хәбиров йоғонтоһо көслө булған губернаторҙар зонаһына инә.

Агентлыҡ эксперттары билдәләүенсә, Радий Хәбировтың позициялары республикаға федераль бюджеттан "Һаулыҡ һаҡлау "милли проекты сиктәрендә 4,9 миллиард һум аҡса бүленеүе фонында үҫә.

Бынан тыш, Хәбировтың республика Башлығы вазифаһына һайлауға "Берҙәм Рәсәйҙән" сығырға ниәтләүе лә уның төбәктә биләп торған урынының тотороҡлоғона ышаныуын күрһәтә, тип белдергән рейтинг ойошмаһы эксперттары

Автор: Гөлдәриә Йосопова.

Радий Хәбиров ғинуар айы һөҙөмтәләре буйынса Рәсәй төбәктәре етәкселәре рейтингында 16-сы урынға күтәрелгән

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа