Һауа шарттарына бәйле М-5 һәм М-7 федераль трассаларына сыҡмай тороу хәйерле

Һауа шарттарына бәйле М-5 һәм М-7 федераль трассаларына сыҡмай тороу хәйерле https://bash.news/news/89561_aua_sharttaryna_bjle_m5_m_m7_federal_trassalaryna_symaj_torou_xjerle
06 фев 2019, 22:29

Татарстандан яуым-төшөмлө атмосфера фронты яҡынайыуға бәйле, Республика дәүләт автоинспекцияһы водителдәрҙе М-5 һәм М-7 федераль трассаларына, шулай уҡ көнбайыш райондарҙың муниципаль- ара юлдарға сыҡмай тороуҙарын үтенә.

Шулай уҡ юлда мөмкин тиклем иғтибарлы булырға, тиҙлек режимын арттырмаҫҡа кәңәш ителә. Автоинспекция экипаждары юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ярҙамға килергә әҙер. Ғҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн киске 8-ҙән республикала урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы, айырым райондарҙа буран сығыуы көтөлә.

Ел тиҙлегенең секундына 15-20 метрға етеүе ихтимал. Иртәгә көндөң икенсе яртыһынан 8 февраль төнөнә тиклем республиканың көнбайыш райондарынан башлап ҡар яуыуы, көслө буран булыуы, юлдарҙа күреү мөмкинлегенең 500 метрҙан да кәмерәк арауыҡҡа сикләнеүе көтөлә.

Автор: Гөлдәриә Йосопова.

Һауа шарттарына бәйле М-5 һәм М-7 федераль трассаларына сыҡмай тороу хәйерле

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Когда отремонтирую ваш подъезд