Стәрлетамаҡ ҡалаһында күп ҡатлы йортта янғын сыҡҡан

Стәрлетамаҡ ҡалаһында күп ҡатлы йортта янғын сыҡҡан https://bash.news/news/89562_strletama_alaynda_kp_atly_jortta_yanyn_syan
06 фев 2019, 22:30

Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ҡара диңгеҙ урамындағы янғын сыҡҡан күп фатирлы йорттан 30 кеше, шул иҫәптән 5 бала эвакуацияланған. Янғын беренсе ҡаттағы бер бүлмәле фатирҙа сыға.

Уттан йорт мөлкәте зыян күрә. Янғын һүндерү барышында фатирҙа 34 йәшлек ирҙең үле кәүҙәһе табыла. Төтөнгә ағыуланған тағы ла бер ир дауаханаға оҙатылған. Осраҡ сәбәптәре асыҡлана.

Автор: Гөлдәриә Йосопова.

Стәрлетамаҡ ҡалаһында күп ҡатлы йортта янғын сыҡҡан

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Дневник Международных детских Игр
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа