Хәйбулла районында «Һабынлы бум» исемле хәйриә акцияһы үтте

Хәйбулла районында «Һабынлы бум» исемле хәйриә акцияһы үтте https://bash.news/news/89564_xjbulla_rajonynda_abynly_bum_isemle_xjri_akciyay_tte
06 фев 2019, 22:32

45 көн дауам иткән сарала төрлө ойошмалар, мәғариф учреждениелары вәкилдәре һәм айырым кешеләр ҡатнашты. Акция сиктәрендә Аҡъяр балалар һәм үҫмерҙәр приютына шәхси гигиена кәрәк-яраҡтары тапшырылды.

Хәйбулла районының балалар һәм үҫмерҙәр социаль приюты мөдире Дилә Үзбәкова билдәләүенсә, акцияға тәүгеләрҙән булып Аҡъюл ауыл советы биләмәһе ҡушылды.

Анжелика Лунева, өлкән вожатый: “Башланғыс синыф уҡыусылары айырыуса тырышты, беҙ уҡыусыларға, ата-әсәләргә һәм уҡытыусыларға приютҡа ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерәбеҙ”.

Аҡъяр ауылының 1-се мәктәбе уҡыусылары приютҡа һабын, кер йыйыу порошогы, теш таҙартыу пастаһы кеүек гигиена кәрәк-яраҡтарын тапшырҙы. 2-се мәктәп уҡыусылары приют тәрбиәләнеүселәренә ҡыҙыҡлы уйын да ойошторҙо. Хәйриә акцияһы сиктәрендә приютҡа 45 мең һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән.

Айгөл Рәсембәтова, өлкән вожатый: “Беҙҙең мәктәп бик әүҙем ҡатнашты. Приютҡа 500 дананан артыҡ кәрәк-яраҡ йыйҙыҡ”.

Автор: Гүзәл Борханова.

Хәйбулла районында «Һабынлы бум» исемле хәйриә акцияһы үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество