Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзалары яңырҙы

Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзалары яңырҙы https://bash.news/news/89568_bashortostan_fndr_akademiyayny_mxbir_azalary_yayry
06 фев 2019, 22:35

Башҡортостан Фәндәр академияһы коллективы яңы көстәр менән тулыланды. Мөхбир ағзалар ҡатнашлығында үткән ултырышта былтыр һайланған фән эшмәкәрҙәре үҙҙәренең эш йүнәлештәре менән таныштырҙы.

Салауат Мөҙәрисов, Башҡортостан фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы: “Былтыр йыл аҙағында Фәндәр академияһында һайлауҙар булды. Агробиотехнологиялар бүлегендә мөхбир-ағза булып һайланыу бәхете тейҙе. Һуңғы йылдарҙа уҡыусыларым менән берлектә ике докторлыҡ, һигеҙ кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланды. Унан тыш фәнни мәҡәләләр һәм хеҙмәттәрем донъя күрҙе”.

Фәндәр академияһы Башҡортостанда фән тармағы үҫешенә тос өлөш индерә. Республика ғалимдарының асыштары Рәсәйҙә генә түгел, тотош донъя кимәлендә лә танылыу яулай бара. Ғалимдар фекеренсә, әлеге ваҡытта ғилми асыштарҙы иҡтисадта үҙләштереү, фән менән етештереүселәр араһында бәйләнеште яйға һалыу төп бурыстарҙың береһе.

Мәхмүт Тимербулатов, Башҡортостан фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы: “Беҙ үҙебеҙҙең һөнәр буйынса ғына эшләмәйбеҙ, икенсе белгестәр менән дә берләшергә тейешбеҙ. Был шарттарҙы тормошҡа ашырырға Фәндәр академияһы мөмкинлек бирә”.

Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзалары яңырҙы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа