Өфөлә республиканың 100 йыллығына бағышланған фотоһүрәттәр конкурсы буйынса ойошторолған күргәҙмә эшләй

Өфөлә республиканың 100 йыллығына бағышланған фотоһүрәттәр конкурсы буйынса ойошторолған күргәҙмә эшләй https://bash.news/news/89572_fl_respublikany_100_jyllyyna_bayshlanan_fotorttr_konkursy_bujynsa_ojoshtorolan_krgm_eshlj
06 фев 2019, 22:39

Былтыр иғлан ителгән конкурсҡа 3 меңгә яҡын фотоһүрәт килгән. Милли музейҙа асылған күргәҙмәлә ижади эштәрҙең иң яҡшылары урын алған. Фотоһүрәттәр Башҡортостан тәбиғәте, төбәктә йәшәгән күп милләтле халыҡ, республика тарихы һәм башҡа темаларға арнала.

Һүрәттәр араһында профессиональ фотоаппаратҡа һәм кеҫә телефонына төшөрөлгәндәре лә бар. Ойоштороусылар конкурсты тәүҙә Өфө кимәлендә генә башлап ебәрһә лә ул республика даирәһенә сыҡҡан. 50 фотоһүрәтте Милли музейҙа күрергә мөмкин булһа, ҡалғандары Ҡала туризм үҙәге сайтында видеоролик рәүешендә урынлаштырыласаҡ.

Римма Ғәлиева, Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе башҡарма директоры: “Ошо фотоларға ҡарап Башҡортостаныбыҙҙың матур урындарын күргән кешеләрҙә ғорурлыҡ тойғоһо һәм шул ерҙәрҙә барып күрергә теләк уянырға тейеш”.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Өфөлә республиканың 100 йыллығына бағышланған фотоһүрәттәр конкурсы буйынса ойошторолған күргәҙмә эшләй

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA