Өфөлә «Ҡар ашаусылар» араһында ярыш үтте

Өфөлә «Ҡар ашаусылар» араһында ярыш үтте https://bash.news/news/89576_fl_ar_ashausylar_araynda_yarysh_tte
06 фев 2019, 23:25

Өфөнөң Калинин районында Башҡортостан кубогына спорт туризмы һәм хәрәкәт итеү саралары буйынса ярыштар ойошторолдо. Спорт туризмын популярлаштырыусы уҙыш "Ҡар ашаусылар" тип аталды. Был ярышта транспорт хужалары үҙҙәрен һәм тимер аттарын ныҡлыҡҡа һынай алды.

Сарала ҡатнашыусылар иртә менән Калинин районы һәм Шаҡша биҫтәһе араһында урынлашҡан аҡланға йыйылды. Автоэлектрик булып эшләгән Илдар Кәлимуллин "Нива" автомобилендә ярышасаҡ. Былтыр икенсе урын яулаған. Быйыл да һынауҙы уңышлы үтер өсөн ҡорос атын ентекле әҙерләгән.

Илдар Кәлимуллин, ярышта ҡатнашыусы: “Машина 1998 йылғы. уны иптәшемдең гаражына индереп яҡшы итеп әҙерләндем”.

Иң берҙәм ҡатнашыусылар Дүртөйлөнән килгән. Алты экипаждан торған командала 12 ир-уҙаман. Егеттәр бөтәһе лә Рәсәйҙә етештерелгән "Нива" автомобилдәрендә ярыша.

Айнур Фәхретдинов, ярышта ҡатнашыусы: “Минең өсөн иң яҡшыһы Шевроле "Нива" автомобиле. Икенсе тапҡыр ҡатнашам. Былтыр Дүртөйлөлә ярыштыҡ. Өфөлә лә үҙебеҙҙе һанап ҡарарға булдыҡ, машиналар нисек күрһәтер үҙҙәрен?”

Халыҡсан ярышта автомобилдәрҙең төрлөлөгәнән күҙҙәр ҡамаша. Совет осоронда сығарылғандарынан алып хәҙерге заман ҡеүәтле һәм ҡиммәтле автомобиль хужалары ярышта еңеү һәм тәжрибә туплау теләге менән яна.

Урал Исламов, ярышта ҡатнашыусы: “Был ярышҡа ҡиммәтле машинала килеүемдең сәбәбе -көртлө юлдарҙы үтеү тәжрибәһен туплау. Ҡалала ла бит ҡарлы урындар осраштыра. Бында ҡарға бата ҡалһаң, мотлаҡ тартып сығарасаҡтар”.

Зирина Исламова, көйәрмән: “Иптәшем: "Был машинаны һатып алғас та ярышта мотлаҡ ҡатнашам" тигәйне. Бөгөн ярыша. Беҙҙе лә алып килде. Үҙе лә иҫән-һау үтһен, машинаһы ла теүәл булһын”.

Ҡар-көрт аша еңеүҙәргә ынтылыусыларҙы сығышын талапсан судъялар баһаланы. Ярыштар бер юлы өс майҙанда үтте.

Эльмира Саматова, ойоштороусы: “Ярыш бик халыҡсан. Туғыҙынсы модель автомобилдәрҙән алып "Лексус"тарға тиклем ҡатнашалар, ғаиләләре менән киләләр. Сит өлкәләрҙән дә ҡатнашыусылар бар. Екатеринбургтан әсәле -ҡыҙлы килеүселәр бар. Киләсәктә был ярышты Бөтә Рәсәй кимәленә күтәреп, автотуризмды үҫтереү беҙҙең маҡсат”.

Автомобилдәр ярышын тамаша ҡылыусы ғаиләләр өсөн үҙенсәлекле программа әҙерләнгән. Халыҡ сатлама һыуыҡтан ҡурҡмай ярыш ҡарарға бәләкәй балалары менән дә килгән.Уларға ялан кухняһы ризыҡтары, ҡайнар сәй тәҡдим ителде.

Башҡортостан республикаһы кубогына ярыштар стандарт һәм экстрим класында ойошторолдо. Тәүгеһендә водителдәр күҙҙе ҡаплап транспорт менән идара итһә, икенсеһендә билдәләнгән маршрут буйынса уҙышты. Сарала 119 экипаж ҡатнашты. Ярыш көсөргәнешлебулһа ла уҙышсылар һәм тамашасылар онтолмаҫлыҡ тьҫораттар алды.

Автор: Гүзәл Борханова.

Өфөлә «Ҡар ашаусылар» араһында ярыш үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир
GAUGA