Өфө моторҙар эшләү берекмәһе граждандар авиацияһы өсөн деталдәр етештерә башланы

Өфө моторҙар эшләү берекмәһе граждандар авиацияһы өсөн деталдәр етештерә башланы https://bash.news/news/89577_f_motorar_eshl_berekme_grazhdandar_aviaciyay_sn_detaldr_eteshter_bashlany
06 фев 2019, 23:50

Хәрби самолеттарҙан граждандар авиацияһына. Өфө моторҙар эшләү берекмәһе етештереү мөмкинлектәрен диверсификациялай. Былтыр ғинуар айында Владимир Путин предприятие эшмәкәрлеге менән танышҡанда оборона заказдарының кәмеүе һәм ошо сәбәпле яңы етештереү мөмкинлектәре булдырыу кәрәклеген белдергәйне.

Бер йыл үтеүгә оборона предприятиеһында граждандар авиацияһында ҡулланыласаҡ осоу апараттары өсөн деталдәр етештерелә башланы. Бөгөн берекмәнең яңы мөмкинлектәре менән республика етәксеһе Радий Хәбиров танышты.

Истребителдәр өсөн двигателдәр йыйыу менән шөғөлләнгән Дәмил Абдуллин яңы цех асылғас та эш урынан алмаштырырға була. Беренсенән станоктар яңы булһа, икенсенән вертолеттар төҙөү нығыраҡ оҡшай, ти егет. Өҫтәүенә яңы һөнәр ҙә үҙләштерә.

Өфөлә вертолет двигателе деталдәре етештерә башлауға көнбайыштың санкциялары этәрә. Быға тиклем ҡайһы бер осоу аппараттарына сит илдә етештерелгән алмаш өлөштәр ҡуйылған. Әле импорттан тулыһынса баш тарттыҡ, ти хеҙмәткәрҙәр.

Дмитрий Ерехов, цех етәксеһе: “Цех импортты алмаштырыу маҡсатында төҙөлдө. Әле беҙ ихтяжды тулыһынса тиерлек ҡаплайбыҙ. Йылына граждандар авиацияһы һәм хәрби вертолеттар өсөн 250-300 мотор комплекты етештерә алабыҙ”.

Хәрби заказдарға бәйлелектән ҡотолоу моторҙар эшләү берекмәһе өсөн көн талабы. Былтыр ғинуар айында предприятие эшмәкәрлеге менән танышҡандан һуң Владимир Путин да ошо турала белдерҙе. Оборона заказдары кәмеүе ихтимал, әммә ойошманың етештереү ҡеүәтен кәметергә юл ҡуйырға ярамай, тине Радий Хәбиров.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Есть беспокойство за завод. В 90-е годы предприятие почти встало, этого мы не хотим. Обсуждали пути развития. Важно что предприятие идет в ногу со временем”.

Республика етәксеһенә тәү сиратта предприятиеның социаль йөкләмәләре борсой. Ни тиһәң дә ойошмала 24 меңдән ашыу баш ҡала халҡы эшләй. Һуңғы арала йәштәрҙең күпләп килеүе ҡыуаныслы күренеш.

Инсаф Мөфтәхов, цех етәксеһе урынбаҫары: “Беҙҙең цехта меңдән ашыу кеше эшләй, йөҙгә яҡыны йәштәр. Уларҙы үҙебеҙҙә ҡалдырырға тырышабыҙ”.

Республика етәксеһе моторҙар эшләү берекмәһе технопаркы менән дә танышты. Йәш белгестәр сит ил самолеттары өсөн деталдәр етештереүҙе яйға һалырға иҫәп тота.

Етештереү мөмкинлектәрен киңәйтеү, производствоны диверсификациялау өсөн предприятиеның мөмкинлектәре бар. Вертолет двигателдәре өсөн деталдәр исемлеген тағы ла арттырыу күҙаллана. Бының өсөн яңы цехтар сафҡа индереләсәк.

Автор: Айнур Кәбиров.

Өфө моторҙар эшләү берекмәһе граждандар авиацияһы өсөн деталдәр етештерә башланы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа