Өфөлә диктор Әхәт Мортазиндың хәтер кисәһе үтте

Өфөлә диктор Әхәт Мортазиндың хәтер кисәһе үтте https://bash.news/news/89581_fl_diktor_xt_mortazindy_xter_kise_tte
06 фев 2019, 23:59

Уның яғымлы бәрхәт тауышы ҡырҡ йыл дауамында Башҡортостан радиоһы, телевидение тапшырыуҙары, концерттарҙа һәм яуаплы мәҙәни сараларҙа яңғыраны. Башҡортостандың халыҡ артисы, күренекле диктор, Әхәт Мортазиндың хәтер кисәһе уның ижадын яҡын иткән тыңлаусылары, тамашасылары, хеҙмәттәштәре, дуҫтары ҡатнашлығында үтте.

"Башҡортостандың алтын тауышы"н тыңларға, ижадына, тормош юлына, булмышына байҡау яһаған кисәгә төрлә быуын вәкилдәре йыйылған. Әхәт Мотаһар улы "Иләү" программаһын тыңлаған сабыйҙан алып, етди форматтағы яңылыҡтар, көнүҙәк темаларға репортаждар көтөүселәр араһында ла киң популярлыҡ яулап өлгөргән диктор ине. Уның темаларҙы итәғәтле, атайҙарса хәстәрлекле итеп аса белеү маһирлығы, бәрхәт тауышы Башҡортостанда йәшәгән һәр милләт вәкиленә яҡын һәм таныш. Арабыҙҙан бик иртә киткән замандашыбыҙҙы халыҡ онотмай, һағына, юҡһына.

Әминә Баймиева, радиотыңлаусы: “Юҡһынабыҙ, шиғри шәлкемдәрен тапшырғанда бар эшемде ҡалдырып аяғөҫтө баҫып тыңлайым”.

Мөнирә Игелекова, Әхәт Мотазиндың ауылдашы: “Ауылдаштар менән һөйләшеп ултырғанда һағынып иҫкә алабыҙ, уның бәрхәт тауышы мәңге хәтеребеҙҙә һаҡланыр”.

Әхәт Мортазин Учалы районы Яңы Байрамғол ауылында, ишле ғаиләлә тыуып үҫә. Мәктәп директорының улы, атаһы кеүек уҡытыусы һөнәрен һайларға ҡарар итә. Сибай педагогия чилищеһында уҡығанда уҡытыусылар Әхәттән шәп диктор сығасаҡ тип юрай. Әрме хеҙмәтенән һуң белемгә ынтылыусы егет Башҡорт дәүләт университетының филология уҡырға инә. Тәүге дәрестәрҙән үк уның нәфис һүҙгә оҫталығын күреп, Башҡортостан радиоһына эшкә саҡыралар. Студент йылдарында уға балалар һәм йәштәр тапшырыуын алып барыуҙы ышанып тапшыралар.

Луиза Фархшатова, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмтәкәре: “Әхәтте тулҡынланмайынса тыңлап булмай. Ул бик итәғәтле булды, исемдәр даулап йөрөмәне, тыныс ҡына эшләп тик йөрөнө. Таң һарыһынан тороп халыҡтың күңелен күтәрергә, кисен яҡымлы итеп хушлашырға әллә ни хәтлем көс-ҡөҙрәт кәрәк. Бөтә ауырлыҡты ул йөрәгенә йыйыған”.

Эшһөйәр, һәләтле, халыҡсан дикторҙың эш көнө таңғы алтынан башланып, кискә тиклем дауам итә. Әхәт Мортазин дүрт тиҫтә йыл дауамында тура эфирҙа халыҡҡа мәғлүмәт еткерә. Радионың алтын фондында уның уҡыуында бай мираҫ һаҡлана. Шиғри шәлкемдәр, хикәйәләр, балалар өсөн әкиәттәр, пьесалар... Уларҙың бөтәһелә күңел йылыһы һәм ҙур оҫталыҡ менән яҙылған. Ул текстҡа бер һирпелеп ҡарау менән дөрөҫ интонация тота ала, тәрән мәғәнә биреп уҡый. Уның халыҡ араһында киң билдәлелек яулауы көндәлек үҙ-үҙеңдә эшләү һөҙөмтәһе.

Әхәт Мотаһар улы телевидение һәм радиола телмәр мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлде. Эфир аша яғымлы, тамашасыларға еткерерлек яҡын итеп һөйләү оҫталығына йәштәрҙе лә өйрәтте. Остаздарынан оҫталыҡ дәрестәре алған алып барыусылар, жуналистарҙың шаҡтайы әле лә уның кәңәшен тотоп эшләй, Әхәт Мортазиндың уҡыусылары булыуы менән хаҡлы ғорурлана ла.

Светлана Насирова-Сөләймәнова: “Уны тәүгә күргәс, ҡаушап төштөм. Әммә яғымлы туышын ишетеү менән күңел күтәрелде. Ул мине үҫтереүсе, ҡанатландырыусы булды. Башҡа бик күп коллегаларыма ла шулай уҡ”.

Ғәзиз Әбделмәнов, "Юлдаш" радиоһы алып барыусыһы: “һәр хәреф, һәр өн эфирҙа әйткән һүҙең өсөн яуаплылыҡ тойғоһона өйрәтте”.

Йәмил Ишмөхәмәтов, “Юлдаш" радиоһы алып барыусыһы: “Радио-телевидениела эшләгән күп халыҡ уның ҡулы, өйрәтеүе аша үтте”.

Бала сағыннан ул осоусы булырға, зәңгәр күк бейеклектәрен яуларға хыяллана. Әммә яҙмыш Әхәт Мортазинға Хоҙайҙан бирелгән яғымлы, мөһәбәт һәм тотанаҡлы тауышы менән халыҡ һөйөүен яулау бурысын яҙған. Был бурысты ул ғүмеренең һуңғы һулышына тиклем юғары һөнәри оҫталыҡ, менән илһөйәрлек, телһөйәрлек рухында атҡарҙы.

Башҡортостандың халыҡ артисы, легендар диктор Әхәт Мортазиндың тауышын башҡа тауыш менән сағыштырыу мөмкин түгел. Алтын тауышлы дикторға тиңдәр әле лә юҡ. Уның тауышы йылдар аша ла һәр кемгә танһыҡ, йәнгә шифа, күңелде иркәләй. Уға бөгөн 60 йәш тулған булыр ине.

Автор: Гүзәл Борханова.

Өфөлә диктор Әхәт Мортазиндың хәтер кисәһе үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд