Билдәле башҡорт драматургы Ҡәбир Аҡбашев арабыҙҙан китте

Билдәле башҡорт драматургы Ҡәбир Аҡбашев арабыҙҙан китте https://bash.news/news/89591_bildle_bashort_dramaturgy_bir_abashev_arabyan_kitte
07 фев 2019, 10:35

Билдәле башҡорт драматургы, прозаик, бихисап йырҙар авторы, журналист Ҡәбир Аҡбашев арабыҙҙан китте. Уға 86 йәш ине. Был хаҡта Стәрлетамаҡтың «Ашҡаҙар» гәзите хәбәр итә.

Билдәле башҡорт драматургы Ҡәбир Аҡбашев арабыҙҙан китте
Билдәле башҡорт драматургы Ҡәбир Аҡбашев арабыҙҙан китте

Ҡәбир Аҡбашев- Башҡортостан Яҙыусылары Союзы ағзаһы, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,Ғәле Ибраһимов, Йәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты. Шағир 1932 йылдың 10 мартында БАССР-ҙың Красноусол районында донъяға килә. Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлай.

Ҡәбир Аҡбашев балалар өсөн шиғри йыйынтыҡтар сығара, повестар һәм хикәйәләр ижад итә. Комедия, юмористик хикәйәләргә һәм фельетондарға өҫтөнлөк бирә. Бихисап ижад емештәре «Һәнәк» журанлында баҫылып сыға. Ҡәбир Аҡбашев шиғырҙарына илленән ашыу йыр яҙыла.

Спутник FM
Новости партнеров
GAUGA