Әлшәй районында уҡыусы синыфташына ҡул күтәрә

Әлшәй районында уҡыусы синыфташына ҡул күтәрә https://bash.news/news/89607_lshj_rajonynda_uyusy_sinyftashyna_ul_ktr
07 фев 2019, 15:20

Ваҡиға уҙған шаршамбы, 6 февралдә, Әлшәй районы мәктәптәренең береһендә теркәлә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, уҡыусы малай синыфташ ҡыҙына бер нисә тапҡыр ҡул күтәрә.

Әлшәй районында уҡыусы синыфташына ҡул күтәрә
Әлшәй районында уҡыусы синыфташына ҡул күтәрә

Ошо көндәрҙә мәктәп биләмәһендә бишенсе класта уҡыусы ике уҡыусы араһында ыҙғыш сыға. Һөҙөмтәлә, малай бер нисә тапҡыр ҡыҙ балаға һуға.

Уҡыусы ҡыҙ йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла. Үҫмер егеттең ата-әсәһе яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. Әлеге ваҡытта тикшереү эше бара.

Спутник FM
Новости партнеров
GAUGA