Башҡортостандан йөҙләгән турист Вьетнамдан ҡайта алмай

Башҡортостандан йөҙләгән турист Вьетнамдан ҡайта алмай https://bash.news/news/89610_bashortostandan_jlgn_turist_vetnamdan_ajta_almaj
07 фев 2019, 16:11

Вьетнамда ял итеүсе 200-ҙән ашыу турист Өфөгә ҡайта алмай . «Nordwind Airlines» авиакомпанияһы хәбәр итеүенсә, Камрань аэропортынан рейс кисектерелә.

Башҡортостандан йөҙләгән турист Вьетнамдан ҡайта алмай
Башҡортостандан йөҙләгән турист Вьетнамдан ҡайта алмай

«Беҙҙе ҡунаҡхананан аэропортҡа киске ваҡытта алып барасаҡтары тураһында брошюра таратып бирҙеләр. Иртәнге ваҡытта осорға тейеш инек, һөҙөмтәлә, теҙмә буйынса осоу ваҡыты 23:30 сәғәт», - тип һөйләне башҡалала йәшәүсе ҡатын.

Самолет Нячанга ҡалаһынан тура Өфөгә осорға тейеш була. Тик билдәһеҙ сәбәптәр буйынса осоу кисектерелә. Туристарға ҡабаттан ҡунаҡханаларға урынлашырға тәҡдим яһалмай.

Спутник FM
Новости партнеров