Өфөлә Салауат Юлаев проспектында эшҡыуар йорто барлыҡҡа киләсәк

Өфөлә Салауат Юлаев проспектында эшҡыуар йорто барлыҡҡа киләсәк https://bash.news/news/89634_fl_salauat_yulaev_prospektynda_eshyuar_jorto_barlya_kilsk
07 фев 2019, 21:39

Был хаҡта бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе. Сауҙа-сәнәғәт палатаһында үткән эшлекле иртәнге сәй артына эре төҙөлөш предприятиеһы етәкселәре, нефть компанияһы, энергетика һәм машина төҙөлөшө тармағы башлыҡтары ҡатнашты. Радий Хәбиров улар менән төбәккә инвестициялар йәлеп итеү һорауҙарын ҡараны.

Властың бизнес менән бәйләнеше хаҡында ла һүҙ барҙы. Республика етәксеһе эшҡыуарҙарҙан ҙур сәнәғәттә бәләкәй бизнестың үҫеше, мәктәптә туҡланыу системаһын көйләү һәм ҡала мөхитен булдырыу тураһындағы тәҡдимдәрҙе тыңланы. Яҡтар бындай осрашыуҙы даими рәүештә уҙғарырға килеште.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: «Шла речь и о сельском хозяйстве. Кооперации фермеров с целью выпуска конечной продукции из экологически чистого сырья. Кроме того, предприниматели намерены создать под Уфой агропарк и создать максимально комфортные условия для инвесторов».

Сәй артында барған фекер алышыуҙа ауыл хужалығы тармағына ҡағылышлы һорауҙар ҙа ҡаралды. Фермерҙар кооперацияһы экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлек сығарыу маҡсатын ҡуйған. Бынан тыш, эшҡыуарҙар Өфө эргәһендә агропарк асып, инвесторҙар өсөн уңайлы шарттар булдырырға ниәтләй.

Дамир Мөғинов, эшҡыуар: «Мы готовы за неделю любой участков земли передать бесплатно. Лишь бы инвесторы пришли. У нас двадцать тысяч гектаров. И мы заинтересованы в том, чтобы были конечная продукция и добавленная стоимость».

Автор: Азат Сәмерханов.

Өфөлә Салауат Юлаев проспектында эшҡыуар йорто барлыҡҡа киләсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Банер уфимская волна