Радий Хәбиров Сибайҙа халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе менән ҡәнәғәт түгеллеген белдерҙе

Радий Хәбиров Сибайҙа халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе менән ҡәнәғәт түгеллеген белдерҙе https://bash.news/news/89636_radij_xbirov_sibaja_xalyty_medicina_xemtlnderee_menn_nt_tgellegen_beldere
07 фев 2019, 21:42

Быға ҡалала йәшәүселәрҙән медицина белгестәренең етмәүенә зарланыусыларҙың мөрәжәғәте сәбәпсе булды. Аҙна һайын уҙғарылған "Сәләмәтлек сәғәтендә" медицина өлкәһенә ҡағылышлы ялыуҙарҙың артыуы билдәләнде. Халыҡты башлыса табиптар юҡлығы, медицина хеҙмәткәрҙәренең хаталаныуы, препараттар менән килеп тыуған аңлашылмаусанлыҡтар борсой.

Республика етәксеһе Сибай халҡының мөрәжәғәтенә айырым иғтибар итте. Баҡтиһәң, ҡалала Өфөнән белгестәр ебәрелеүгә ҡарамаҫтан, табиптарға сират барлыҡҡа килгән.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “У нас в Сибае нестандартная ситуация сложилась? Республика в связи с острой необходимостью направила туда лучших специалистов. Но почему тогда вовремя не подменили заболевших врачей? Почему люди должны страдать из-за того, что медицинское руководство не работает? Я недоволен таким подходом, оцениваю его неудовлетворительно. Нельзя так относиться к нашим пациентам!”

Видеоселектор режимында үткәрелгән кәңәшмәлә республикала ашығыс ярҙам хеҙмәте эшмәкәрлеге лә тикшерелде. Был өлкәлә лә хеҙмәткәрҙәргә, бигерәк тә махсус транспортҡа ҡытлыҡ бар. Техника паркы 67 процентҡа тиклем иҫкергән. 140 ашығыс ярҙам машинаһы тулыһынса таушалған. Былтыр ғына республика яңы 225 автомобиль һатып алды. Киләһе йылға тағы ла 60 махсус техникаға заказ бирелгән.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Врачи скорой помощи, как полицейские и пожарные, первыми приходят на помощь пострадавшим жителям. Они знают, как необходимо организовать работу, а мы с вами должны услышать эти сигналы и вовремя отреагировать”.

Автор: Айнур Кәбиров.

Радий Хәбиров Сибайҙа халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе менән ҡәнәғәт түгеллеген белдерҙе

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Дневник Международных детских Игр
Когда отремонтирую ваш подъезд