Ике ай эсендә Нефтекама дауаханаһына инсульт билдәләре менән 800-ҙән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән

Ике ай эсендә Нефтекама дауаханаһына инсульт билдәләре менән 800-ҙән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән https://bash.news/news/89637_ike_aj_esend_neftekama_dauaxanayna_insult_bildlre_menn_800n_ashyu_keshe_mrzht_itkn
07 фев 2019, 21:43

Ауырыуҙарҙы дауалау өсөн ваҡыт та, сифатлы медицина ярҙамы ла кәрәк. Төбәк табиптары менән тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында баш ҡаланан белгестәр саҡырылған. Конференция форматында ойошторолған сарала Нефтекама ҡалаһы һәм эргә-тирә районы медицина хеҙмәткәрҙәре инсультты дауалауҙа ҡулланылған яңы алым менән танышты.

Был сиргә дусар булыусыларға медицина ярҙам күрһәткәндә һәр минут иҫәптә. Ваҡытында күрһәтелгән ярҙам пациенттарҙың сәләмәтлегенә ыңғай тәьҫир итеп, уларҙы элекке йәшәү рәүешенә ҡайтарырға булышлыҡ итә. Сөнки бөгөнгө көндә инсульт инвалидлыҡҡа килтереүсе төп сирҙәрҙең береһе булып тора. Конференцияла Башҡорт дәүләт медицина университеты вәкилдәре Рәсәйҙә һәм сит илдә ҡулланылған яңы алым һөҙөмтәләрен тәҡдим итте.

Ләйлә Әхмәҙиева, Башҡорт дәүләт медицина университеты профессоры, невролог: “Киләсәктә Нефтекама яңы пилот проект өсөн төп майҙансыҡтарҙың береһе булыр, тип көтөлә. Төбәк табиптары яңы алым менән танышып, уны амбулатор һәм стационар дауалауҙа ҡуллана аласаҡ”.

Автор: Фәниә Юланова.

Ике ай эсендә Нефтекама дауаханаһына инсульт билдәләре менән 800-ҙән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA