Мәктәптәрҙә 20 проценттан ашыу бала ауырыған синыфтар карантинға ябыла

Мәктәптәрҙә 20 проценттан ашыу бала ауырыған синыфтар карантинға ябыла https://bash.news/news/89638_mktptr_20_procenttan_ashyu_bala_auyryan_sinyftar_karantina_yabyla
07 фев 2019, 21:44

Өфөлә ике йөҙҙән ашыу мәктәп уҡыусыһы киҙеү, киҫкен респиратор ауырыуҙар менән сирләүгә бәйле дәрестәрҙән бушатылған. Алты белем усағында бер нисә синыфты карантинға ябыу тураһында ҡарар сығарылған. Шулай ҙа эпидемиологик сик юғары түгел.

Мәғариф учреждениеларында уҡытыу процесын ваҡытлыса туҡтатыу күҙалланмай. Был турала бөгөн Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе Елена Хаффазова хәбәр итте.

Елена Хаффазова, Өфө ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе: “Мәктәп уҡыусыларының күпләп ауырыуы буйынса бөгөн киҫкен хәл күҙәтелмәй. Ҡала буйынса грипп, киҫкен респиратор ауырыуҙар менән сирләүселәр 10 проценттан ашмай. Шуға социаль селтәрҙә таралған ялған мәғлүмәттәргә ышаныу урынһыҙ. Карантин иғлан итеүгә бәйле, мәсьәләләрҙе Роспотребнадзор менән бергә килешеп эшләйбеҙ. Эпидемиологик сик 20 проценттан ашҡан синыфтарҙы ғына уҡыуҙан бушатабыҙ”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Мәктәптәрҙә 20 проценттан ашыу бала ауырыған синыфтар карантинға ябыла

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество
Банер уфимская волна