Башҡорт дәүләт медицина университетында микробиология буйынса Халыҡ-ара олимпиада үтте

Башҡорт дәүләт медицина университетында микробиология буйынса Халыҡ-ара олимпиада үтте https://bash.news/news/89639_bashort_dlt_medicina_universitetynda_mikrobiologiya_bujynsa_xalyara_olimpiada_tte
07 фев 2019, 21:45

Республиканың 100 йыллығына арналған сараға Рәсәйҙең һәм Ҡырғыҙстандың әйҙәүсе юғары уҡыу йорттары студенттары саҡырылды. Күләмле сараның маҡсаты — фундаменталь медицина йүнәлешен үҫтереү, уҡыу йорттары араһында бәйләнеште нығытыу. Күҙәнәктәр, бактериялар, төрлө микроорганизмдарҙы өйрәнеүсе фәнгә ҡарата йәштәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Марсель Тойғонов, БДМУ-ның кафедра мөдире, медицина фәндәре докторы, профессор: “Ике йыл элек беҙ Бишкәк ҡалаһында микробиология буйынса беренсе Халыҡ-ара олимпиадала ҡтанашҡайныҡ. Етди әҙерләнеп бағайныҡ, беренсе урын алдыҡ. Шуға күрә ҙур шатлыҡ булды. Унан һуң Бишкек ҡалаһы менән тығыҙ бәйләнештә, бөгөн дә улар беҙгә ҡунаҡҡа килде”.

Олимпиада сиктәрендә бишәр кешенән торған командаларға теоретик һорауҙар, практик эштәр бирелде. Шулай уҡ студенттар ролик әҙерләп, йыр-бейеү аша үҙҙәре менән таныштырҙы. КВН форматында үткән этапта Ҡырғыҙстан вәкилдәре уңышлы сығыш яһаны

Адеми Атаканова, Ҡырғыҙстан дәүләт медицина академияһы студенты: “Микробиологияны икенсе курста башлағайныҡ, бер йыл уҡыныҡ. Хәҙер өсөнсө курстабыҙ. Башҡортостанға тәүгә килдек, һыуыҡ булһа ла, яҡты, оҡшай. Ҡыуанабыҙ”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Башҡорт дәүләт медицина университетында микробиология буйынса Халыҡ-ара олимпиада үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд