Башҡортостан урман хужалыҡтарына яңы техника тапшырылды

Башҡортостан урман хужалыҡтарына яңы техника тапшырылды https://bash.news/news/89640_bashortostan_urman_xuzhalytaryna_yay_texnika_tapshyryldy
07 фев 2019, 21:46

Урмансыларға — яңы техника. Бөгөн республиканың урман хужалыҡтары заманса ағас әҙерләү техникаһына эйә булды. Асҡыстарҙы тапшырыу тантанаһы Өфө районының Ягодная Поляна ауылында үтте.

Башҡортостан райондарына Камаздар базаһында сығарылған гидроманипуляторҙар, тағылмалы трактор комплекстары, йөк ташыу, өйөү техникаһы оҙатылды. Бынан тыш, республика урман хужалыҡтарында заманса форрвардерҙар ҙә эшләйәсәк, улар ағасты йыйыу, айырыу эшен бер юлы алып бара. Урмансылар әйтеүенсә, әлегә тиклем уларға совет осоронда алынған боронғо техника менән эшләргә тура килә, был эш сифатына кире йоғонто яһай.

Зариф Абдуллин, Әбйәлил районы урман хужалығы директоры: “Һуңғы йылдарҙа техниканы алмаштыра башлаған инек, әммә яңыһын алырға мөмкинлек юҡ. Хөкүмәт биргә был техника, машиналар беҙгә ҙур ярҙам, эшкә көс бирә, бөтөн урман эштәрен ваҡытында һәм һәйбәтерәк итеп эшләрбеҙ тип уйлайым”.

Башҡортостан өсөн урман техникаһы алыу бик мөһим, сөнки республика майҙандарының 40 проценттан ашыуын ағаслыҡтар биләй. Заманса техника алыуға 210 миллион һум аҡса бүленгән, аҡсаның бер өлөшө федераль бюджеттан бүленгән. Тағы ла 60 миллион һум урман янғындарына ҡаршы көрәш ҡоролмалары алыуға йүнәлтеләсәк. Урман хужалыҡтарының техника паркын яңыртыу республика стратегияһы сиктәрендә бара, ул дәүләт ҡарамағындағы төбәк ойошмаларының һөҙөмтәлелеген күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуя. Матди-техник йыһазландырыу эше киләсәктә лә дауам итәсәк.

Айрат Искәндәров, Башҡортостан урман хужалығы министрлығының йыйылма аналитика һәм ойоштороу эше бүлеге етәксеһе: “Ошо техника менән ағасты киҫеү, ташыу, сығарыу, эшкәртеү эше йәнләндереләсәк тип уйлайым. Урман сәнәғәтенең иҡтисадты үҫтереүҙәге өлөшө лө артыр тигән өмөттә ҡалабыҙ. 2019 йылда ла техниканы яңыртыу эше дауам итәсәк”.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Башҡортостан урман хужалыҡтарына яңы техника тапшырылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
Банер уфимская волна