Хәйбулла районының Бүребай ауылында Күп функциялы үҙәк бүлексәһе асылды

Хәйбулла районының Бүребай ауылында Күп функциялы үҙәк бүлексәһе асылды https://bash.news/news/89641_xjbulla_rajonyny_brebaj_auylynda_kp_funkciyaly_k_blekse_asyldy
07 фев 2019, 21:47

Ауыл хакимиәте йортонда урынлашҡан офиста хәҙер Бүребай халҡы район үҙәгенә бармай ғына документтарҙы туплай ала. Көтөп алынған бүлек күп балалы ғаиләләргә, хаҡлы ялдағыларға белешмә алыр өсөн бик уңайлы.

Бүребайҙа күрһәтелгән хеҙмәттәр исемлеге менән Аҡъяр ауылындағы Күп функциялы үҙәк бүлеге сайтынды танышырға мөмкин. Ҡабул итеү ваҡыты сират буйынса дүшәмбенән йомаға тиклем.

Фәниә Сәлихова, пенсионер: “Аҡъярға бара инек, сиратта күп ултырҙыҡ. Бүребайға кәрәк, әлбиттә”.

Хәйбулла районының Бүребай ауылында Күп функциялы үҙәк бүлексәһе асылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество