Өфө районынан 30 бала Юнармия сафына алынды

Өфө районынан 30 бала Юнармия сафына алынды https://bash.news/news/89643_f_rajonynan_30_bala_yunarmiya_safyna_alyndy/?lang=bash
07 фев 2019, 21:48

Юнармия сафы бөгөн тағы йәш көстәр менән тулыланды. Өфө районының Булгаков һәм Октябрьский ауылдарынан 30 бала үҙ ғүмерҙәрендә тәүге тапҡыр Ватанға тоғролоҡҡа ант итте. Ҡыҙҙар һәм малайҙар Хәрби Дан музейында тантаналы шарттарҙа ант бирҙе. Уларҙың бөтәһе лә тиерлек кадет синыфында белем ала.

Тәртипле, уҡыуҙа ла, спортта ла һынатмаҫ балалар, ти улар тураһында уҡытыусылары. Булгаков ауылы лицейында 100 уҡыусы Юнармия хәрби-патриотик хәрәкәтенә ҡушылған. Башҡортостанда 8 мең уҡыусы, ә Рәсәйҙә 300 мең бала Юнармия сафында. Республика юнармеецтары Рәсәй кимәлендә ойошторолған хәрби-патриотик һәм спорт сараларында лайыҡлы сығыш яһай.

Тимофей Присяжнюк, Булгаков ауылы лицейы уҡытыусыһы, запастағы полковник: “Һәр бала кадет класында уҡый алмай. Был синыфтарҙа өҫтәлмә шөғөлдәргә, спортҡа ла ҙур иғтибар бирелә. Балалар хәрби сәнғәткә генә түгел, хореография, ҡул көрәше һәм башҡа һөнәрҙәргә лә өйрәнә. Һәм, әлбиттә, хәрби-патриотик тәрбиә ала”.

Автор: Миңзиә Каспранова.

Өфө районынан 30 бала Юнармия сафына алынды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста