«Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының Башҡортостан бүлексәһе етәкселеге блогерҙар менән осрашты

«Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының Башҡортостан бүлексәһе етәкселеге блогерҙар менән осрашты https://bash.news/news/89655_berm_rsj_sjsi_partiyayny_bashortostan_blekse_etkselege_blogerar_menn_osrashty
07 фев 2019, 23:36

Унда һүҙ йәмәғәтселекте борсоған проблемалар, партия проекттары хаҡында барҙы. "Берҙәм Рәсәй"ҙә блогерҙар менән осрашыу тәүге тапҡыр ойошторола. Был тәү сиратта халыҡтың фекерен белеү, уларҙың мәнфәғәттәрен ҡайғыртыу өсөн эшләнә.

Блогерҙар йәмәғәтселекте ҡыҙыҡһындырған һорауҙары күтәреп сыҡты. Улар сүп-сар, пенсия реформаһы, транспорт системаһындағы үҙгәрештәр менән бәйле. Шулай уҡ партия ғәмәлгә ашырған проекттар буйынса ла үҙ тәҡдимен еткерҙе. Осрашыуға килеүселәрҙең күбеһе мәҙәни, социаль программалар өҫтөнлөк бирелергә тейеш тип иҫәпләй.

Артур Иҙелбаев, блогер, эшҡыуар: “Был осрашыуҙың ойошторолоуын мин Рөстәм Әхмәҙинуровтың партияла эш башлауы менән бәйлйем. Ул үҙе лә ошо өлкәнән сыҡҡан кеше һәм блогерҙарҙың йәмәғәтселек фекерен еткереүен бик яҡшы белә. осрашыуҙар кәрәк, блогерҙар менән дә, журналистар менән дә, төрлө ҡатлам кешеләре менән дә, партия халыҡҡа яҡын булырға тейеш”.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

«Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының Башҡортостан бүлексәһе етәкселеге блогерҙар менән осрашты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество