Башҡортостанда былтыр мәғариф өлкәһе ҡануниәтен боҙоуға бәйле дүрт мең осраҡ теркәлгән

Башҡортостанда былтыр мәғариф өлкәһе ҡануниәтен боҙоуға бәйле дүрт мең осраҡ теркәлгән https://bash.news/news/89656_bashortostanda_byltyr_marif_lke_anuniten_booua_bjle_drt_me_osra_terklgn/?lang=bash
07 фев 2019, 23:37

Күҙәтеүсе орган тарафынан 960 тикшереү ойошторола, уларҙың яртыһы пландан тыш үтә. Был турала бөгөн төбәктең мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү буйынса идаралығының киңәйтелгән ултырышында билдәләнде.

Сара сиктәрендә ведомствоның ун йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, уҡытыу сифатын яҡшыртыуға бәйле бурыстар ҡуйылды. Ил кимәлендә 9-сы синыфта төп дәүләт имтихандарын, йомғаҡлау иншаһын баһалау процедураларына асыҡлыҡ индереү ҙә планлаштырылған.

Альберт Йәримов, Башҡортостандың мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү буйынса идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы: “Бөгөнгө ултырышта күп һорауҙар ҡаралды. Тәрбиә эшенә ҙур иғтибар бүлергә кәрәклеген аңлайбыҙ. Шул уҡ буллинг, скулшуттинг һәм уҡыуға ҡамасаулаған башҡа кире күренештәр мәктәптә булырға тейеш түгел”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Башҡортостанда былтыр мәғариф өлкәһе ҡануниәтен боҙоуға бәйле дүрт мең осраҡ теркәлгән

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Волна
Фк уфа 10 лет