Өфөлә федераль кимәлдәге спорт көрәше үҙәге төҙөлә

Өфөлә федераль кимәлдәге спорт көрәше үҙәге төҙөлә https://bash.news/news/89658_fl_federal_kimldge_sport_krshe_ge_tl
07 фев 2019, 23:40

Башҡортостан Хөкүмәте менән Рәсәй көрәш федерацияһы ошо турала килеште. Шулай уҡ бөгөн Өфөлә "Спорт көрәше- республика мәктәптәренә" тип исемләнгән ғилми-ғәмәли конференция эш башланы. Уның асылы - өсөнсө физкультура дәресе урынына спорт көрәше нигеҙҙәрен өйрәтеү.

Теориянан практикаға. Республика өс йыл элек "Мәктәптәргә көрәш" программаһына ҡушылды. Атап әйткәндә, Сипайлово биҫтәһендәге 127-се мәктәпкә олимпия уйындары еңеүселәре һәм призерҙары даими оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Уңышлы тәжрибәне башҡа белем усаҡтарына ла таратыу мөһим. Торатау Конгресс-холындағы кәңәшмә тәүге тапҡыр яңы форматта ойошторолдо. Бөгөн төбәктә спорттың был төрө менән 4 мең ярым кеше шөғөлөлләнә. Уларҙың яртыһан ашыуы спорт мәктәптәре көрәшселәре.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Это не просто научить ребенка отжиматься, это комплекс вещей, начиная с базовой подготовки ребенка к каким-то спортивным приемам. Если мы научим элементарно падать, когда подскользнешься, падать не так, как руки-ноги переломаешь, а спокойно группироваться, то, чему первое учат в борьб и завершая более продвинутыми действиями, это уже будет полезно”.

Михаил Мамиашвили, Рәсәйҙең спорт көрәше федерацияһы президенты, олимпия чемпионы: “Научить ребенка быть сильным, где-то может быть спровоцировать в хорошем смыцсле его желание самореализации с первых шагов на борцовском ковре. это умение быть сильным как на ковре, иак и за его пределами по дестко регламентированным правилам. Это самый главный постулат”.

Программаға тағы ла ун мәктәп ҡабул ителде. Уларҙың яртыһы Өфөлә, ҡалғандары Сибай, Күмертау, Салауат, Ишембай һәм Иглин райондарында урынлашҡан. Кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, киләһе уҡыу йылынан балалар аҙнаһына бер тапҡыр көрәш менән шөғөлләнәсәк. Яңылыҡты спорт йәмәғәтселеге хуплап ҡаршы алды.

Рәсәйҙең спорт федерацияһы республикаға бар яҡлап та ярҙам күрһәтергә әҙер. Бөгөн ошо туралағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Ул оҫталыҡ дәрестәре үткәреү, кадрҙар әҙерләү һәм матди-техник базаны нығытыуға йүнәлтелгән. Әйткәндәй, республика етәксеһе Өфөлә барлыҡҡа киләсәк үҙәктә башҡа спорт төрҙәре өсөн дә урын табыласаҡ, тип белдерҙе.

Автор: Илдар Байбулатов.

Өфөлә федераль кимәлдәге спорт көрәше үҙәге төҙөлә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров