Башҡортостанда йәш ғалимдарға гранттар тапшырылды

Башҡортостанда йәш ғалимдарға гранттар тапшырылды https://bash.news/news/89719_bashortostanda_jsh_alimdara_granttar_tapshyryldy/?lang=bash
08 фев 2019, 21:58

Ҡышҡы дизель яғыулығын етештереү өсөн катализаторҙар, ауыл хужалығы ерҙәре өсөн һанлы электрон карталар һәм мейегә ҡан һауғанды дөрөҫ асыҡлау өсөн биомаркерҙар. Республиканың йәш ғалимдары етди темалар өҫтөндә эшләй. Бөгөн Өфөлә Фәнни проекттар конкурсы еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһы үтте. Фән көнөндә 30 йәш ғалим Башҡортостан Республикаһы гранты алды.

Айнур Зиннәтуллиндың ғилми эше күҙ ауырыуҙары табиптарының эшен күпкә еңеләйтәсәк. Йәш ғалим күҙҙең селтәрле ҡабығы торошон өйрәнеп клиник атлас төҙөгән. Бәләкәй генә үҙгәрештәр ҙә һуҡырлыҡҡа килтереүе ихтимал, ти ул.

Айнур Зиннәтуллин, Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты аспиранты: “Ауырыуҙың башында уҡ был сетчатканың үҙгәрештәрен күрһәтергә теләйбеҙ.Күҙ ауырыуҙары арбуйынса инвалидлыҡта күҙҙең селтәрле ҡабығы ауырыуҙары икенсе урында тора. Шуға уны ваҡытында тикшереү һәм дауалау бик мөһим”.

Конкурсҡа тәҡдим ителгән проекттарҙың күбеһе тәбиғәт фәндәренән. Яғыулыҡ-энергетика, агросәнәғәт, машиналар төҙөү, һаулыҡ һаҡлау-йәш ғалимдарҙың эштәре төрлө өлкәләргә ҡағыла. Йәш ғалимдар яман шеш, генетик сирҙәрҙе диагностикалауҙа яңы алымдар, башҡорт нефтенең сифатын күтәреүҙә заманса технологиялар тәҡдим итә.

Әлфис Ғаязов, Башҡортостан фәндәр академияһы президенты, комиссия рәйесе урынбаҫары: “Йәш ғалимдарыбыҙҙың һәр береһенең эше ынйыға тиңләрлек. Матур эшләнгән. Көн ҡаҙағында торған мөһим мәсьәләләрҙе күтәрәләр. Яңы төрлө ысулдарын да тәҡдим итәләр. Был конкурстың бәҫен күтәреп ебәрҙе”.

Комиссия ағзалары әйтеүенсә, бөтәһе 172 заявка ҡабул ителгән. 30 еңеүсе араһында инструменттарҙы буяу өсөн яңы материалдар уйлап табыу, башҡорт балы брендын үҫтереү кеүек проекттар ҙа бар. Ә бына Лилиә Абдуллина төрлө телдәрҙе сағыштырмаса тикшерә. Уның проекты тел белгестәренә һәм тәржемәселәргә көнүҙәк буласаҡ.

Лилиә Абдуллина, филология фәндәре кандидаты: “Башҡортостан юғары уҡыу йорттары араһында тик БДУ-ла ФБФЖ-ла ғына 5 көнсығыш теле өйрәнәләр-төрөк, ҡытай, ғәрәп, фарсы, корея. киң функциялы лингвистик үҙәк асыуҙы планлаштырабыҙ ошо проект нигеҙендә”.

Былтыр республика грантының күләме 1 миллион һумға еткән. Оҙаҡламай төбәктә" Фән" милли проекты тормошҡа ашырыла башлаясаҡ. Фәнни тикшеренеүҙәр өсөн 6 йыл эсендә 4 миллиард һум тотоноласаҡ тип күҙалалана.

Автор: Миңзиә Каспранова.

Башҡортостанда йәш ғалимдарға гранттар тапшырылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста