Республикала «Фән аҙналығы» сиктәрендә түңәрәк өҫтәл ойошторолдо

Республикала «Фән аҙналығы» сиктәрендә түңәрәк өҫтәл ойошторолдо https://bash.news/news/89720_respublikala_fn_analyy_siktrend_trk_tl_ojoshtoroldo/?lang=bash
08 фев 2019, 21:59

Башҡортостан фәндәр академияһында уҙған түңәрәк өҫтәлдә фәнни асыштарҙы дәүләт ойошмалары менән берлектә, комплекслы рәүештә бойомға ашырыу юлдары барланды. Рәсәй фәне көнө уңайынан "Фән аҙналығы" сиктәрендә шулай уҡ гуманитар, социаль, этно-мәҙәни йүнәлештәр ҡаралды.

Халыҡтың билдәле ваҡыт арауығында ауылдан ҡалаға күсеп килеүе республика үҫешенә иҡтисади яҡтан нисек тәьҫир итә? Башҡортостан ғалимдары үҙҙәренең сығышында ошо һәм башҡа мәсьәләләрҙе күтәреп, тикшереү һөҙөмтәләрен атаны.

Айтуған Аҡманов, Башҡортостан фәндәр академияһы вице-президенты: “Радий Фәрит улы әйткәйне: фән менән бергәләп яңы асыштар эшләп, республика алға китергә тейеш. Шуға күрә беҙҙең теләк бар, бергәләп эшләү”.

Автор: Фәниә Юланова.

Республикала «Фән аҙналығы» сиктәрендә түңәрәк өҫтәл ойошторолдо

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста