«Миловка паркы» торлаҡ комплексы өлөшсөләренең мәсьәләһе тиҙҙән хәл ителәсәк

«Миловка паркы» торлаҡ комплексы өлөшсөләренең мәсьәләһе тиҙҙән хәл ителәсәк https://bash.news/news/89746_milovka_parky_torla_kompleksy_lshslrene_msle_tin_xl_itelsk

Республиканың арбитраж суды күптән түгел төҙөүсе компанияға ҡарата күҙәтеү процедураһын индерҙе. Юристар, инвесторҙар, өлөшсөләр фекеренсә, яңы алым эштәрҙе көйләүгә булышлыҡ итәсәк. Күҙәтеү процедураһы "Килстройинвест" компанияһының төҙөлөш эштәре ваҡытын, финанслау сығанаҡтарын һәм күләмен үҙ эсенә ала.

"Миловка паркы" торлаҡ комплексында меңдән ашыу өлөшсө иҫәпләнә. Объектта төп төҙөлөш эштәре быйыл башҡарылыр, тип көтөлә. Торлаҡ комплексындағы мәсьәлә Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров ҡатнашлығындағы "Төҙөлөш сәғәте"ндә тикшерелгәйне.

Зөлфиә Ғайсина, Башҡортостандың алданған өлөшсөләр вәкиле: “Хәҙер бурыслының банк иҫәптәре ҡайтанан тергеҙелә. Һөҙөмтәлә эштәрҙе штат режимында алып барыу мөмкинлеге булдырыла. "Төҙөлөш сәғәте"ндә раҫланған пландарҙың береһе лә юҡҡа сыҡмай”.

"Төҙөлөш сәғәте"ндә ҡабул ителгән финанс-иҡтисади схема киҫкен мәсьәләне хәл итеү юлы. Эштәрҙе тамамлау республика иҫәбенә башҡарыласаҡ. "Миловка паркы" өлөшсөләренә йорттарҙы 1 июндә файҙаланыуға тапшырыу ҡаралған. Һүҙ күп ҡатлы өс торлаҡ тураһында бара. Күптән көткән фатир асҡыстарын 202 ғаилә алыр, тип көтөлә.

Владимир Гуськов, "Миловка паркы" өлөшсөләренең инициатив төркөмө рәйесе: “Хөкүмәт тарафынан ҡабул ителгән схема торлаҡ комплексында эштәрҙе сығымдарһыҙ ғына башҡарырға булышлыҡ итә. Сөнки сарыф ителгән сумма 10 йыл эсендә фатирҙарҙы, ерҙе һатыуҙан килгән аҡса һөҙөмтәһендә республика ҡаҙнаһына кире ҡайтарыласаҡ”.

Григорий Невоструев, Башҡортостан архитектура һәм төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары: "Миловка паркы"ндағы буш участкаларҙағы төҙөлөштәр дәүләт күҙәтеүе аҫтында. Унда төҙөлгән фатирҙарҙан килгән аҡсалар, планға ярашлы, кире ҡайтарылып барасаҡ”.

Автор: Фәниә Юланова.

«Миловка паркы» торлаҡ комплексы өлөшсөләренең мәсьәләһе тиҙҙән хәл ителәсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа