Башҡорт дәүләт аграр университетында үҫемлектәрҙең яңы сорттарын булдырыу буйынса инновацион лаборатория асылды

Башҡорт дәүләт аграр университетында үҫемлектәрҙең яңы сорттарын булдырыу буйынса инновацион лаборатория асылды https://bash.news/news/89779_bashort_dlt_agrar_universitetynda_emlektre_yay_sorttaryn_buldyryu_bujynsa_innovacion_laboratoriya_asyldy/?lang=bash
09 фев 2019, 20:09

Селекция үҙәге 8 миллиондан ашыу һумлыҡ юғары технологиялы ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Буласаҡ агрономдар лабораторияларҙа үҫемлектәрҙең генетик анализдары менән шөғөлләнәсәк.

Үҫеш процессын тиҙләтеү һәм молекуляр кимәлдә яңы сорттар булдырыу өҫтөндә эшләйәсәк ошо рәүешле улар үҫемлектәрҙең ҡышҡы һыуыҡтарға, көслө ел, ҡоролоҡ шарттарына ла сыҙамлығын арттырырға күҙаллай.

Илгиз Аҫылбаев, БДАУ-ның агрономия һәм урман хужалығы факультеты деканы: “Үҫемлектәргә төрлө вирустар ҡуябыҙ, бының арҡала селекция процессы тиҙәнә”.

Башҡорт дәүләт аграр университетында үҫемлектәрҙең яңы сорттарын булдырыу буйынса инновацион лаборатория асылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста