Өфө уҡыусылары осоусы аппараттар ҡороуҙа белемен камиллаштыра

Өфө уҡыусылары осоусы аппараттар ҡороуҙа белемен камиллаштыра https://bash.news/news/89781_f_uyusylary_osousy_apparattar_oroua_belemen_kamillashtyra/?lang=bash
09 фев 2019, 20:12

Мәскәүҙән еңеү менән! Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында үткән "Һауа һәм инженерия" конкурсы финалына сыҡҡан. Һигеҙенсе тапҡыр ойошторлған форумда илдең төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән 100-ҙән ашыу түңәрәк уҡыусылары ҡатнаша, бәйге тиҫтәгә яҡын йүнәлеш буйынса үтә.

Гимназия-интернаттан бер төркөм балалар пилотһыҙ осоу ҡоролмалары төҙөү, икенсе команда бортында осоу ракетаһы ҡуйылған самолет йыйыу буйынса үҙ оҫталығын иҫбатлай. Яҡташтарыбыҙ был конкурста тәүге тапҡыр ғына ҡатнашыуға ҡарамаҫтан юғары кимәл күрһәтеп финалға сыға. Улар еңеүселәр исемлегенә эләгә, финал Владимир ҡалаһында июнь башында үтә. Башҡортостан уҡыусылары йыйған дрон күп функциялы булыуы менән айырылып тора.

Авиамоделдәр йыйыу түңәрәге гимназияла күптән түгел генә эшләй башлаған. Шуға ҡарамаҫтан, уҡыусылар уны үҙ итеп өлгөргән дә инде. Малайҙар һәм ҡыҙҙар осоу ҡоролмаларынң яңы моделдәрен йыйырға хыяллана, улар көнкүреш эштәрендә булышлыҡ итергә лә, башҡа бурыстарҙы үтәргә лә мөмкин.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Өфө уҡыусылары осоусы аппараттар ҡороуҙа белемен камиллаштыра

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста