«Яктыкүл» шифаханаһында Әбйәлил йәштәре өсөн беренсе тапҡыр «Ынтылыш» форумы үтте

«Яктыкүл» шифаханаһында Әбйәлил йәштәре өсөн беренсе тапҡыр «Ынтылыш» форумы үтте https://bash.news/news/89957_yaktykl_shifaxanaynda_bjlil_jshtre_sn_berense_tapyr_yntylysh_forumy_tte/?lang=bash
12 фев 2019, 21:53

Ҡыҙыу фекер алышыу майҙанына әйләнгән сара төрлө ҡалаларҙа уҡыған студенттарҙы бергә йыйҙы. Мәскәү, Өфө, Магнитогорск, Сибай ҡалаларынан ҡайтҡан студенттар өсөн бай программа әҙерләнгәйне. Форумды асып Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов йәштәрҙе райондың социаль-иҡтисади хәле, ҡаҙаныштары менән таныштырҙы, һорауҙарға яуап бирҙе.

Илфат Төлкөбаев, "Ынтылыш" форумында ҡатнашыусы: “Йәштәр өсөн ошо форумда күберәк үҙҙәренә мәғлүмәт, ынтылыш алып, аралашып, танышып, бер-береһенә ярҙам итеп, киләһе тормоштарында файҙа күреп матур итеп йәшәү өсөн килгәндәр”.

"Ынтылыш" форумының маҡсаты йәштәрҙе берләштереү, тәжрибә уртаҡлашыу һәм йәш белгестәрҙе тыуған яғына йәлеп итеү. Егеттәр-ҡыҙҙар Башҡортостан, Рәсәй кимәлендә танылыу алған спикерҙар, район хакимиәте вәкилдәре менән ихлас аралашты, яҡындан аралашты.

Шайморат Нәбиуллин, Әбйәлил районы хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе: “Бөгөнгө көндәге форумдың маҡсаттарының береһе хакимиәт етәкселәренең районда ниндәй эш урындары бар икәнлеген һөйләү”.

Спикерҙар проект төҙөү, IT технологиялар, һөнәрҙәр атласы, бизнесты нимәнән башларға, инвесторҙарҙы ҡайҙа табырға, социаль селтәрҙә сәхифәңде нисек алып барырға тигән һорауҙарға яуап бирҙе. Йәштәр инициативаларын яҡланы, социаль проекттар тәҡдим итте. Уларҙың ҡайһы берҙәре Әбйәлил районы хакимиәте ярҙамында ғәмәлгә ашырыла башланы ла инде.

Сәлиә Мырҙабаева, йәмәғәт эшмәкәре: “Йәштәр бик инициатив. Яңы проекттар булыр, тип ышанам, сөнки йәшлек ваҡытлыса. Йәш ваҡытта кешенең энергияһы ла, проекттары ла, мөмкинселектәре лә күп. Шул мөмкинселектәрҙе дөрөҫ файҙаланырға кәрәк, тип уйлайым”.

«Яктыкүл» шифаханаһында Әбйәлил йәштәре өсөн беренсе тапҡыр «Ынтылыш» форумы үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста