Өфөлә «Мин-профессионал» Бөтә Рәсәй олимпиадаһының икенсе этабы үтә

Өфөлә «Мин-профессионал» Бөтә Рәсәй олимпиадаһының икенсе этабы үтә https://bash.news/news/90038_fl_minprofessional_bt_rsj_olimpiadayny_ikense_etaby_t/?lang=bash
13 фев 2019, 21:54

Башҡорт дәүләт медицина университына Волга буйы һәм Урал федераль окургтарының иң яҡшы студенттары олимпиадаға йыйылды. Йәштәрҙең дауалау эше, педиатрия, стоматология һәм фармакология буйынса белемдәре тикшереләсәк.

Тын алышын тыңлай һәм йөрәк тибешен тикшерә. Гөлназ Хәбибуллина кинәт ауырып киткән пациенттың ғүмере өсөн көрәшә. Олимпиадала мотлаҡ үтергә тейеш этаптарҙың береһе – сирлегә ашығыс ярҙам күрһәтеү. Бындай осраҡтар Гөлназ өсөн көтөлмәгән хәл түгел. 6-сы курс студенты йәйге практика осоронда ярайһы тәжрибә туплаған.

Гөлназ Хәбибуллина, Башҡорт дәүләт медицина университеты студенты: “Бындай ваҡыттар йыш булғаны бар. Беҙ күрһәткән ярҙам организмға нисек тәьҫир итеүен белмәйбеҙ. Шуға күрә бындай хәлдәргә һәр саҡ әҙер булырға тейешбеҙ. Ошо медикаменттар һәр кабинетта булырға тейеш”.

Һәр бер этапҡа 5 йә 10 минут ваҡыт бирелә. Ашығыс ярҙам күрһәткәндән һуң, студенттарҙың белемен ҡан тамырына инъекция эшләү, анамнез йыйыу һәм йөрәк-үпкә реанимацияһы тигән станцияларҙа тикшерәсәктәр.

Дамир Вәлишин, Башҡорт дәүләт медицина университеты профессоры: “Ҡатнашыусылар өсөн иң ауыр этаптарҙың береһе - коммуникатив бәйләнеш станцияһы булып сыҡты. Беҙ, табибтар пациенттар менән дөрөҫ аралаша белмәйбеҙ. Улар йыш ҡына нимәгә ризаһыҙлыҡ белдерә? Беҙҙе табип яҡшылап тыңламаны ла, тиҙәр. Үткән йыл был станция пилот проекты булараҡ тәҡдим ителгәйне, быйыл төп этаптарҙың береһе. Пациент менән һөйләшә белеү - буласаҡ табиптар өсөн мөһим һөнәр”.

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында бөгөн Силәбе, Ырымбур, Екатеринбург, Һамар, Саратов ҡалаларының медицина университеттарында уҡыған йәштәр. Олимпиаданың Өфөләге майҙансығына 100-ҙән ашыу студент килгән. Уларҙың белемен Мәскәү белгестәре лә баһалаясаҡ.

Студенттарға заданиелар аудиторияға ингән саҡта ғына бирелә. Ҡатнашыусыларҙың эштәрен теләгән һәр кем күҙәтә ала. Бынан тыш, уларҙың һәр хәрәкәтен камералар теркәп бара һәм видеояҙмалар Мәскәүгә үҙәк штабҡа ебәреләсәк.

Һөҙөмтәләр мартта билдәле буласаҡ. Еңеүсегә премия менән бер рәттән, үҙҙәре теләгән уҡыу йортона инеү мөмкинлеге бирелә. Юғары мәрәйҙәр йыйыусыларға аспирантура йә ординатурала уҡыуын дауам итеү өсөн сертификаттар тапшырыласаҡ.

Автор: Миңзиә Каспранова.

Өфөлә «Мин-профессионал» Бөтә Рәсәй олимпиадаһының икенсе этабы үтә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста