Күгәрсен район мәҙәниәт йортонда йәштәр мәғариф форумы уҙҙы

Күгәрсен район мәҙәниәт йортонда йәштәр мәғариф форумы уҙҙы https://bash.news/news/90123_kgrsen_rajon_mnit_jortonda_jshtr_marif_forumy_uy/?lang=bash
14 фев 2019, 20:05

Унда төбәктең сығарылыш синыф уҡыусылары, юғары уҡыу йорто студенттары, район предприятиелары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Программа буйынса сараның тәүге өлөшө профориентация эшенә арналды. Берҙәм дәүләт имтиханын, дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын тапшырырға әҙерләнгән бер төркөм сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн осрашыу файҙалы, йөкмәткеле булды.

Улар "Уҡырға ҡайҙа барырға, ниндәй йүнәлеш һайларға?" тигән һорауҙарға яуап алды. Йәштәр мәғариф форумында республиканың юғары уҡыу йорттарында белем алыусы Күгәрсен районы студенттары ла сығыш яһаны. Бер нисә йыл элек кенә мәктәп партаһы артында ултырған егет-ҡыҙҙар абитуриенттарға үҙ кәңәштәрен бирҙе. Йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыу, университет тормошонда ҡайнап йәшәү - белем алғанда былар барыһы файҙаға ғына, тине улар. Мәҙәниәт йорто фойеһында һәр уҡыу йортоноң күргәҙмәһе тәҡдим ителде.

Айнур Китиков, Өфө дәүләт авиация техник университеты студенты: “Беренсе курстан алып университет тормошонда әүҙем ҡатнашам. Төрлө концерттар, квн булһынмы. Күптән түгел үҙебеҙҙең команда менән Сочиға барып ҡайттыҡ. Унда КВН буйынса юғары рейтинг алдыҡ. Беҙ шулай уҡ Өфөлә Күгәрсен йәштәре берлеге менән әүҙем эшләйбеҙ”.

Мәғариф форумында Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев та ҡатнашты. Улар йәштәрҙе ҡулдарына диплом алғас, тыуған яҡтарына эшкә ҡайтырға саҡырҙы. Артабан осрашыу түңәрәк өҫтәл форматында уҙҙы. Унда көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды.

Фәнил Ҡолшәрипов, форумда ҡатнашыусы: “Хәҙерге ваҡытта беҙҙең районда кадрҙар етешмәй.Шуға ла әүҙем яҡташтарыбыҙҙы тыуған яҡҡа ҡайтырға саҡырам. Төрлө өлкәлә үҙҙәрен һынап ҡарай алалар. Дауаханала, эске эштәр бүлегендә, мәктәптәрҙә. Ҡайтһындар, ярҙам итеп ебәрербеҙ”.

Мираҫ Йәнбәков, Ишембай нефть колледжы белгесе: “Балалар бик күп һорау бирәләр. Беҙҙең колледжда Күгәрсен районынан уҡырға ингән студенттар күп. Яҡшы уҡыйҙар, йыр-бейеү конкурстарында ҡатнашырға тырышалар”.

Автор: Фәниә Юланова.

Күгәрсен район мәҙәниәт йортонда йәштәр мәғариф форумы уҙҙы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста