Мәскәүҙә былтыр августа яна башлаған самолетты ултыртып өлгөргән пилоттар тәбрикләнде

Мәскәүҙә былтыр августа яна башлаған самолетты ултыртып өлгөргән пилоттар тәбрикләнде https://bash.news/news/90434_msk_byltyr_avgusta_yana_bashlaan_samoletty_ultyrtyp_lgrgn_pilottar_tbriklnde
19 фев 2019, 23:50

Летчиктарға наградаларҙы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев менән Республиканың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Роман Симандуев тапшырҙы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "Red Wings" авиакомпанияһының Өфө - Сочи рейсы буйынса һауаға күтәрелгән Ту- 204 пассажир самолетына ут тоҡана.

Дөрөҫ һәм теүәл сара күреп пассажирҙар ғүмерен һаҡлап ҡалған һауа судноһы командиры Юрий Хорьговский, икенсе пилот Владимир Павленко һәм борт инженеры Сергей Лакида Салауат Юлаев орденынына лайыҡ булды. Өлкән бортпроводник Ларита Мурадова һәм бортты оҙатыусылар Евгения Егошина, Петр Михайлов, Руслан Тимербаев Башҡортостандың Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.

"Башҡортостан халҡы исеменән авария хәлендә геройҙарса һөнәри оҫталығығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм. 202 пассажир, шул иҫәптә 41 бала һеҙҙең батырлыҡ арҡаһында иҫән ҡалды һәм самолеттан сыға алды. Һеҙҙең өлгө экипаждың оҫталығы менән һәләкәттән ҡотолоп булыуы тураһында һөйләй"-тине Константин Толкачев. Экипажды быға тиклем Росавиация бүләкләгәйне.

Юрий Хорьговский, "Рэд вингс" авиакомпанияһының "ТУ-204" һауа судноһы командиры: “Авария, янғын һәм башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәр осрағына йылына ике тапҡыр тренажерҙа уҡыуҙар үткәрелә. Беҙ барлыҡ ҡағиҙәләрҙе иҫтә тотоп ҡарар ҡабул иттек”.

Ларита Мурадова, "Рэд вингс" авиакомпанияһының "ТУ-204" һауа судноһы өлкән борт оҙатыусыһы: “Бәләкәй балалар күп ине. Уларҙы әсәләре менән бергә тынысландырырға тура килде. Ҡурҡыу түгел, ҡотҡарыу тураһында уйланыҡ”.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Мәскәүҙә былтыр августа яна башлаған самолетты ултыртып өлгөргән пилоттар тәбрикләнде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа