Быйыл көҙ Иглин районы үҙәгендә мәктәп һәм балалар баҡсаһы сафҡа инер тип көтөлә

Быйыл көҙ Иглин районы үҙәгендә мәктәп һәм балалар баҡсаһы сафҡа инер тип көтөлә https://bash.news/news/90436_byjyl_k_iglin_rajony_gend_mktp_m_balalar_basay_safa_iner_tip_ktl/?lang=bash
19 фев 2019, 23:52

Мәктәп 640 уҡыусыға иҫәпләнһә, балалар баҡсаһы 160 урынлыҡ. Ике учреждение ла бер бинала эшләйәсәк. Төҙөлөш "Башҡортостандың 100 йыллығына - 100 объект" проекты сиктәрендә бара. Әлегә балалар баҡсаһы стеналары тулыһынса күтәртелгән, эске һәм тышҡы яҡтан биҙәкләү эштәре башланған.

Белем усағы корпустарының һуңғы ҡаттарына кирбес һалына, спорт залы төҙөлә. Социаль объектҡа газ торбаларын үткәреү Яңы Иглин микрорайонында электр тәьминәтенә бәйле проблеманы хәл итергә ярҙам итәсәк. Алты йөҙҙән ашыу йортҡа зәңгәр яғыулыҡ үткәреләсәк.

Руслан Исмәғилев, Башҡортостандың капиталь төҙөлөш идаралығы әйҙәүсе белгесе: “Төҙөлөш эштәре календарь графигынан ҡалышмай бара. Мартта бинаға газ ебәреү, электр уты үткәреү ҡаралған. Контракт буйынса объектты ноябрҙә файҙаланыуға тапшырырға тейешбеҙ, әммә ул сентябрҙә үк сафҡа индереләсәк”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Быйыл көҙ Иглин районы үҙәгендә мәктәп һәм балалар баҡсаһы сафҡа инер тип көтөлә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста