Күгәрсен районында "Тере шишмәләр" республика фольклор фестивале үтте

Күгәрсен районында "Тере шишмәләр" республика фольклор фестивале үтте https://bash.news/news/90441_kgrsen_rajonynda_tere_shishmlr_respublika_folklor_festivale_tte
19 фев 2019, 23:56

Бәйгелә утыҙҙан ашыу үҙешмәкәр коллектив ҡатнашты, улар араһында сәнғәт мәктәптәре уҡыусылары ла булды. Халыҡ ижадын өйрәнеүселәр төрлө милләттәрҙең ғөрөф-ғәҙәттәрен, боронғо йолаларын сәхнәләштерҙе.

Боронғо музыка ҡоралдарында уйнап, йыр-бейеүгә маһирлығын күрһәтте. Хәйбулла районынан "Ҡараһыу" фольклор ансамбле сығышы айырым иғтибарға лайыҡ. Ижади коллектив тыуған яғына бәйле легендалар менән таныштырҙы.

Зилә Байсурина, "Ҡараһыу" фольклор ансамбле солисы: “Степной тип аталһа ла, уның боронғо исеме бар. Ҡараһыу тип атала. Беҙҙең ауылдан бер нисә саҡрым урынлашҡан ерҙә Ҡайынҡабаҡ тигән уникаль урын бар. Ҡайынҡабаҡ - ҡайынлы яр тигәнде аңлата. Шул яр аҫтында йылға аға, элек диңгеҙ булған, уның төбөндә бөгөн беҙ күрһәткән барлыҡ таштар шунда табыла”.

"Тере шишмәләр" фестивалендә Бөрйән һәм Хәйбулла райондары коллективтары еңеү яуланы. Шулай уҡ кесе төркөмдәр араһында Күгәрсен районы Мораҡ ауылы балалар ижадында шөғөлләнеүселәр уңышлы сығыш яһаны. Сибай ҡалаһынан "Яугил" фольклор ҡумыҙсылар ансамбле сығышын да жюри ағзалары юғары баһаланы. Сәхнәлә улар "Ҡымыҙлыҡта" тигән халыҡ уйынын күрһәтте.

Миңһылыу Ҡобағошова, "Яугил" ҡумыҙсылар фольклор ансамбле солисы: “Тере шишмәләребеҙ тынмаһын, тере шишмәләребеҙ ҡоромаһын. Тере шишмәләрҙең саф һыуҙары балаларыбыҙға етһен. Саф һауаларҙа саф һыуҙарҙы эсеп, уйнап-көлөп, йәшәйек әле, дуҫтар”.

Дилара Рафиҡова, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре: “Ер-һыуҙарыбыҙҙың атамаларын белһәк, шәжәрәләребеҙҙе белһәк, быуындар сылбыры өҙөлмәйәсәк. Быуындар сылбыры быуындан быуынға тапшырыла барасаҡ”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Күгәрсен районында

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Банер уфимская волна