Өфө дәүләт нефть техник университетында наноинженерия буйынса донъяла беренсе тапҡыр бакалаврҙар әҙерләнәсәк

Өфө дәүләт нефть техник университетында наноинженерия буйынса донъяла беренсе тапҡыр бакалаврҙар әҙерләнәсәк https://bash.news/news/90528_f_dlt_neft_texnik_universitetynda_nanoinzheneriya_bujynsa_donyala_berense_tapyr_bakalavrar_erlnsk/?lang=bash
20 фев 2019, 23:51

Механика факультетында мәктәп уҡыусыларын техник фәндәргә ылыҡтырыу маҡсатында һәр шәмбе һайын электрон программалары буйынса бушлай дәрестәр үткәрелә. "Рәсәйҙең терәк уҡыу йорттары" проектында ҡатнашҡан юғары уҡыу йортоноң эш алымдары менән беҙҙең сайтта танышығыҙ.

Өфө дәүләт нефть техник университетының механика факультетында мәктәп уҡыусылары менән дәрестәр компьютер класында үтә. Алһыу Хәлимова ҡаланың 116-cы мәктәбендә белем ала. Киләсәк һөнәренә бөгөндән әҙерләнә. Тырыш ҡыҙға айырыуса һыҙма һәм моделдәр ҡороу дәрестәре яҡын.

Алһыу Хәлимова, Өфө дәүләт нефть техник университетында шөғөлләнеүсе: “Беҙ төрлө деталдәр эшләйбеҙ, ракеталар, велосипедтар макетын һыҙабыҙ. Бик оҡшай, уҡырға аҙнаһына бер тапҡыр киләбеҙ”.

Техник фәндәргә тартылыусы үҫмерҙәргә дәрестәр бушлай үткәрелә. Проект авторҙары киләсәктә был алымды төбәктә тағы ла күләмлерәк итеү хыялы менән яна

Альбина Ғәйнанова, Өфө дәүләт нефть техник университеты доценты: “Механика факультетында шәмбе һайын мәктәп уҡыусыларына студенттарыбыҙ бушлай белем бирә. Әммә беҙҙә белем алырға теләүсе уҡыусылар бик күп. Киләсәктә профориентация эшенең был алымы Хөкүмәт кимәлендә лә хуплау тапһын ине, тип теләйем”.

Механика факультетының был лабораторияһында наноинженерия өлкәһендә белгестәр әҙерләнәсәк. Фәнни-тикшеренеү үҙәге директоры Валерий Пивоваров әйтеүенсә, материалдарҙы өйрәнеү лабораторияһында беренсе курстан уҡ фәнгә ынтылышы булған студенттар йәлеп ителә.

Илдус Ҡолшәрипов, Өфө дәүләт нефть техник университетының өлкән уҡытыусыһы: “Мәктәп уҡыусыларына профориентация эше үткәрәбеҙ, ә студенттарҙы фәнни -тикшеренеү эштәренә йәлеп итәбеҙ”.

Элина Ғәйнанова, Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты: “Студент халҡы айырыуса донъяны танып белергә ынтыла. Беҙ студенттар менән алмашыу проектында ҡатнашырға тырышабыҙ, донъя тәжрибәһе менән танышҡандан һуң үҙебеҙҙә лә йәштәргә киң мөмкинлектәр асылһын ине”.

Лабораторияның йыһаздары ғына егерме миллион һум тора. Эмиссион спектрометрҙар, алдынғы компьютер технологиялары йәштәргә юғары уҡыу йорто стеналарында ла етди эҙләнеүҙәр башҡарырға мөмкинлек бирә. Өфө дәүләт нефть техник университеты базаһында уҡыусылар менән профориентация һәм йәш ғалимдар әҙерләү эше юғары кимәлдә ҡуйылған.

Материалдарҙы өйрәнеү фәне буйынса заманса лаборатория "Рәсәйҙең терәк уҡыу йорттары" проекты сиктәрендә булдырылған. Был лаборатория донъя тәжрибәһендә беренсе тапҡыр наноинженерия буйынса бакалаврҙар әҙерләргә мөмкинлек бирәсәк.

Автор: Гүзәл Борханова.

Өфө дәүләт нефть техник университетында наноинженерия буйынса донъяла беренсе тапҡыр бакалаврҙар әҙерләнәсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста