2019 йылда «Мәғариф» милли проекты буйынса Башҡортостанға 1,2 млрд һумдан ашыу аҡса йәлеп ителәсәк

2019 йылда «Мәғариф» милли проекты буйынса Башҡортостанға 1,2 млрд һумдан ашыу аҡса йәлеп ителәсәк https://bash.news/news/90781_2019_jylda_marif_milli_proekty_bujynsa_bashortostana_12_mlrd_umdan_ashyu_asa_jlep_itelsk/?lang=bash
25 фев 2019, 15:21

2019 йылда «Мәғариф» милли проекты буйынса, республикаға 1,2 млрд һумдан ашыу аҡса йәлеп ителәсәк. Был хаҡта төбәктең Мәғариф министрлығы коллегияһында ведомство етәксеһе Айбулат Хажин хәбәр итте.

2019 йылда «Мәғариф» милли проекты буйынса Башҡортостанға 1,2 млрд һумдан ашыу аҡса йәлеп ителәсәк
2019 йылда «Мәғариф» милли проекты буйынса Башҡортостанға 1,2 млрд һумдан ашыу аҡса йәлеп ителәсәк

Дәүләт аҡсаһы яңы белем усаҡтары төҙөлөштәренә һәм ҡала-ауыл мәктәптәрен төҙөкләндереүгә, һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм уларға ярҙам күрһәтеү үҙәктәрен булдырыуға, мәктәптәрҙе һанлы системаға күсереүгә, пенсия алды йәшендәгеләргә өҫтәлмә белем биреүгә йүнәлтеләсәк.

Төбәккә, шулай уҡ, «Демография» милли проекты сиктәрендә лә аҡса йәлеп ителә. Атап әйткәндә, 1,5 – 3 йәшкәсә балаларҙы кесе төркөмдәрҙә урындар менән тәьмин итеүгә һәм балалар баҡсалары төҙөлөшөнә ярҙам бүленәсәк. 2021 йылға мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары төҙөлөшөн иҫәпкә алғанда, уларҙың һаны ҡырҡҡа етәсәк. Бар балалар ҙа тиерлек кесе төркөмдәрҙә урындар менән тәьмин ителәсәк.

Бынан тыш, республика мәктәптәре биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсә. Айбулат Хажин билдәләүенсә, беренсе апрелдән мәктәптәрҙең 60%-ында биш көнлөк уҡыу аҙнаһы ойоштороласаҡ, ҡалған мәктәптәр беренсе сентябрҙән яңы уҡыу системаһына күсәсәк.

Ил Башлығы Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда, мәғариф өлкәһенең төп йүнәлештәрен билдәләй. Башҡортостан бер аҙым алда бара. Һәләтле балаларға ярҙам күрһәтеү, кескәй төркөмдәрҙә балаларҙы урындар менән тәьмин итеү, ауыл уҡытыусыларын дәртләндереү-былар барыһы ла беҙҙә тормошҡа ашырыла.

Айбулат Хажин,БР-ҙың Мәғариф министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы

Шулай итеп, мәҫәлән, В.Путин тарафынан тәҡдим ителгән «Ауыл уҡытыусыһы» программаһы 2020 йылдан Башҡортостан Башлығы иғлан иткән республика программаһы йәнәш тормошҡа ашырыласаҡ. Тәүге программа буйынса, ауыр ерлегендә эшләгән уҡытыусыларға бер миллион һум күләмендә ярҙам күрһәтеләсәк. Республика биләмәһендә иһә йыл һайын иң яҡшы ауыл белгесе алты йөҙ мең һум менән дәртләндереләсәк.

Спутник FM
Новости партнеров
Афиши территория роста